Кәримов Вил Сәғит улы

Вил Сәғит улы Кәримов (рус. Виль Сагитович Каримов; 1935 йылдың 21 марты, Кәрим, Учалы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2017 йылдың 31 октябре, Өфө) — совет режиссёры, дәүләт эшмәкәре. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).

Биографияһы

1935 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Кәрим-Төпәй ауылында (хәҙер Кәрим) тыуған.

1959 йылда А. В. Луначарский исмендәге дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС-ты) тамамлаған.

1969 йылда Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбен тамамлаған. 1959 йылдан — Башҡорт драма театры актеры, ә 1962—1964 йылдарҙа режиссер булып эшләй. 1964—1967 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы була.

1976—1983 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының баш режисеры.

1969—1976 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры.

1983 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан профсоюздарының өлкә советы инструкторы.

1990—1992 йылдарҙа — республика Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы, 1992 йылдан алып «Башкортостан» киностудияһы директоры, 1993—2000 йылдарҙа — режиссеры була.

Башҡорт АССР-ы Юғары советының 8-9 саҡырылыш депутаты[1].

2017 йылдың 31 октябрендә Өфөлә вафат була.

Фильмографияһы

«Сәскә ат, Башҡортостан!» документаль фильмы (1969), «Һауынсы портреты» (1977), «Йомарт ер» (1979), «Тамырҙар» (1992), «Ғәскәров», «Төньяҡ амурҙары», «Ҡурай» һәм башҡа фильмдар, 20-нән ашыу тематик концерт тамашаһы, шул иҫәптән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Башҡортостан сәнғәте оҫталары концерты (Мәскәү, 1985) сценарийҙары авторы һәм режиссеры[2].

Ғаиләһе

  • Һеңлеһе — Рәсимә Кәримова, диктор;
  • Ҡатыны — Роза Кәримова, Башҡорт драма театры һәм Йәштәр театры актрисаһы;
  • Улы — Булат Кәримов, режиссер һәм алып барыусы.