Лысенко Данил Сергеевич

Лысенко Данил Сергеевич (1997 йылдың 19 майы, Бөрө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәйҙең бейеклеккә һикереүгә махсуслашҡанеңел атлеты. 2018 йылда биналағы ярыштарҙа донъя чемпионы. 2017 йылда донъя чемпионатының көмөш призеры. Дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы (2017, 2023, 2025). Биналағы ярыштарҙа дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы (2018, 2023, 2024). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2016)[2].

Биографияһы

Данил Сергеевич Лысенко 1997 йылдың 19 майында Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында тыуған[3].

Еңел атлетика менән урындағы «Юность» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Ковальский Николай Михайлович етәкселегендә шөғөлләнә башлай[3][4]. Артабан Загорулько Евгений Петрович ҡулы аҫтында шөғөлләнә[3][5].

Халыҡ-ара аренала (рус.)баш. 2013 йылда тәүге тапҡыр сығыш яһай. Үҫмерҙәрҙең 2014 йылғы Олимпия уйындары чемпионы[6][7]. 2017 йылда ағалы-ҡустылы Знаменскийҙар мемориалы еңеүсеһе[8].

2017 йылда Лондонда үткән донъя чемпионатында 2,32 м һөҙөмтәһе менән көмөш миҙал яулай[9], һуңыраҡ Эберштадттағы турнирҙа шәхси рекорд ҡуя — 2,38 м[10]. 2018 йылдың июлендә 2,40 м шәхси рекорды менән «Бриллиант лигаһында» еңеүгә өлгәшә.

2018 йылдың 3 авгусынан халыҡ-ара ярыштарҙан ситләтелә[11] (түбәндәге «Допинг-ғауға» бүлеген ҡарағыҙ ).

2022 йылдың авгусында Рәсәй эсендәге ярыштарҙа яңынан ҡатнаша башлай[12].

2023 йылдың мартында Рәсәйҙең бина (рус.)баш. эсендәге чемпионатында еңеү яулай[13].

2024 йылдың ғинуарында бейеклеккә һикереү буйынса «Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-ара алышы» 2024 турнирының , февралдә — Рәсәйҙең бина эсендәге чемпионатының[14], августа — Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе була.

2025 йылдың июлендә миҙгелдең донъялағы иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәтә һәм Брест ҡалаһында (Белоруссия) Иң көслө спортсылар кубогында беренсе урынды яулай. Ул 2,35 метрға һикерә[15]. Рәсәйҙең Ҡазанда үткән чемпионатында ла иң яҡшыһы була.

Төп һөҙөмтәләре

Халыҡ-ара

Йыл
Ярыштар
Үткәреү урыны
Урын
Һөҙөмтә
2013 Европа йәштәр Олимпия фестивалы Утрехт, Нидерланды 1 2,08 м
2014 Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты
Юджин, АҠШ 6 2,22 м
Үҫмерҙәрҙең йәйге Олимпия уйындары
Нанкин, Ҡытай 1 2,20 м
2015 Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты Эскильстуна, Швеция 5 2,17 м
2017 Донъя чемпионаты
Лондон, Бөйөк Британия 2 2,32 м
2018 Бинала донъя чемпионаты
Бирмингем, Бөйөк Британия 1 2,36 м
2025 Иң көслө спортсылар кубогы Брест, Белоруссия 1 2,35 м

Милли

Йыл Ярыштар Үткәреү урыны Алған урын Һөҙөмтә
2016 Рәсәйҙең бина эсендәге чемпионаты Мәскәү 1 2,28 м
Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса чемпионаты 2016 Чебоксар 2 2,28 м
2017 Рәсәйҙең бина эсендәге чемпионаты Мәскәү 2 2,30 м
Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса чемпионаты 2017 Мәскәү өлкәһе, Жуковский 1 2,32 м
2018 Рәсәйҙең бина эсендәге чемпионаты Мәскәү 1 2,33 м
2023 Рәсәйҙең бина эсендәге чемпионаты Мәскәү 1 2,34 м
Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса чемпионаты 2023 Силәбе 1 2,33 м
2024 Рәсәйҙең бина эсендәге чемпионаты Мәскәү 1 2,33 м
Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса чемпионаты 2024 Екатеринбург 1 2,27 м
2025 Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса чемпионаты 2025 Ҡазан 1 2,27 м

Допинг-ғауға

2018 йылдың 3 авгусынан допинг (рус.)баш.-һынауҙар тапшырмағаны өсөн халыҡ-ара ярыштарҙан ваҡытлыса ситләтелә[11]. 2019 йылдың майында Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһында допинг-тест үтеү тураһында ялған документтар яһау менән бәйле Лысенкоға ҡарата эш асыла. Ул ауырыу арҡаһында допинг-тест үтә алмауы тураһында ялған документтар бирә. Асыҡланыуынса, Данил дауаланған клиниканың теркәү номерынан алып табиптарҙың исемдәренә тиклемге бөтә мәғлүмәттәре уйлап сығарылған, ә дауахананың күрһәтелгән адресы буйынса емерелгән бина ғына торо. Лысенко менән булған хәл Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы (ВФЛА) өсөн етди эҙемтәләр тыуҙыра. 2020 йылдың ғинуарында еңел атлетикала кире күренештәргә ҡаршы көрәш буйынса орган (Athletics Integrity .it) Бөтә донъя еңел атлетика ассоциацияһы советына, Данил Лысенко эше буйынса ғәйепләүҙәр раҫланған осраҡта, ВФЛА-ны үҙ ойошмаһы составынан тулыһынса сығарыуҙы ҡарарға тәҡдим итә. ВФЛА-ның дәүләт аккредитацияһы (рус.)баш. 2020 йылдың 1 мартына тиклем туҡтатыла. 2020 йылдың 3 февралендә Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы президиумы үҙ вәкәләттәренән баш тарта һәм отставкаға китә[16][lower-alpha 1].

Рәсәй допингҡа ҡаршы агентлығының (РУСАДА) элекке башлығы Григорий Родченков фекеренсә [lower-alpha 2]:

Лысенко менән бәйле хәлдә иҫ киткес мутлыҡ булған. Һөҙөмтәлә Донъя атлетикаһы башлығы Себастиан Коу Рәсәй еңел атлеттарын донъя спортынан мәңгелеккә ситләтергә әҙер.

Иҫкәрмәләр

  1. Danil Lysenko // World Athletics Database
  2. Приказ "О присвоении спортивного звания «Мастер спорта России международного класса» от 07 сентября 2016 г. № 133 нг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 12 октябрь 2017 года.
  3. 1 2 3 Нинель Загребская. Данил Лысенко. 24smi.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
  4. Дмитрий Слезин. Продал квартиру, был курьером. Данил Лысенко вернулся в спорт из дисквала. Аргументы и факты-Уфа (9 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
  5. Легкоатлет Лысенко сказал, что чувствует прогресс в работе с тренером Загорулько. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 5 август 2017 года.
  6. Данил Лысенко: Клишина красивая. Я её стесняюсь 2017 йылдың 2 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 август 2025)
  7. Данил Лысенко: «Допуск к международным стартам был неожиданным» (Тикшерелеү көнө: 13 август 2025)
  8. Данил Лысенко победил в прыжках в высоту на Мемориале братьев Знаменских (Тикшерелеү көнө: 13 август 2025)
  9. «Бирский кузнечик» Лысенко допрыгнул до серебра (Тикшерелеү көнө: 13 август 2025)
  10. Подарок для тренера от Лысенко. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 28 август 2017 года. (Тикшерелеү көнө: 13 август 2025)
  11. 1 2 Российский легкоатлет Лысенко оспорит свое отстранение в CAS. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 13 август 2018 года.
  12. Самый талантливый атлет России вернулся после скандала. Лысенко обманул всех и был наказан
  13. Данил Лысенко завоевал золото в прыжках в высоту на ЧР по лёгкой атлетике в помещении
  14. Легкоатлет Лысенко стал победителем чемпионата России в помещении в прыжках в высоту. 13 август 2025 тикшерелгән.
  15. Скандальный российский прыгун в высоту показал лучший результат в мире. 13 август 2025 тикшерелгән.
  16. Президиум ВФЛА сложил с себя полномочия / iz.ru, 3 февраля 2020. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 3 февраль 2020 года.
  17. Погряз в обмане: глава лёгкой атлетики России обвинен в махинациях. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 10 июнь 2020 года.

Комментарийҙар

  1. Запрет был также наложен на деятельность президента и исполнительного директора Российской федерации легкой атлетики Дмитрия Шляхтина и Александра Паркина[17]
  2. После сочинской Олимпиады бежал в США, где скрывается в рамках программы защиты свидетелей

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә