МСК−1
МСК−1, Мәскәү ваҡыты минус 1 сәғәт — Рәсәйҙең 1-се сәғәт бүлкәте ваҡыты, UTC+2:00-гә тап килә[1]. 2000 йылдарҙан рәсми булмаған рәүештә «Калининград ваҡыты» тип йөрөтөлә[* 1].
Был ваҡытты Рәсәйҙең бер генә төбәге — Калининград өлкәһе ҡуллана.
Тарихы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рәсәйҙә ваҡыт һәм Декрет ваҡыты
СССР территорияһында Мәскәү ваҡытынан 1 сәғәткә артта ҡалған ваҡыт (МСК−1[* 2]) 1989 йылдан ҡулланыла башлай. Ул саҡта Латвия, Литва һәм Эстония союздаш республикалары һәм Калининград, өлкәһе ғәмәлдәге декрет ваҡытын юҡҡа сығарып, күрше көнбайыш сәғәт бүлкәтенә күсә[2]. 1989 йылдың 26 мартында йәйге ваҡытҡа сираттағы күсеү ваҡытта[3] был төбәктәрҙә сәғәттәр алға күсерелмәй, һәм унда МСК−1 ваҡыты ғәмәлгә инә: йәйгеһен — UTC+3:00, ҡышҡыһын — UTC+2:00.
1991 йылдың 31 мартынан, СССР-ҙың бөтә территорияһында «декрет сәғәте» бөтөрөлгәс, Калининград өлкәһе өсөн Мәскәү ваҡытына ҡайтыу планлаштырыла. Әммә Калининград өлкәһе властары Мәскәү менән ваҡыт айырмаһын һаҡлап ҡалырға ҡарар итә[4] — 31 мартта өлкәлә (СССР-ҙың күпселек төбәктәрендәге кеүек үк) сәғәттәр күсерелмәй, ә 1991 йылдың 29 сентябрендә сәғәттәр 1 сәғәткә артҡа күсерелгәндән һуң өлкәлә UTC+1 ваҡыты ғәмәлгә инә.
Урындағы властар ҡарары буйынса, 1991 йылдың 3 ноябрендә[4] Калининград өлкәһе ваҡытты 1 сәғәткә алға күсерә, Мәскәү ваҡытына күсә (ул ваҡытта UTC+2).
СССР тарҡалғас, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә тиерлек декрет ваҡыты тергеҙелә. 1992 йылдың 19 ғинуарында ваҡыт 1 сәғәткә алға күсерелә. Калининград өлкәһендә сәғәттәр күсерелмәй, һәм унда ҡабаттан Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән рәсми раҫланған МСК-1 ваҡыты ғәмәлгә инә[5].
Калининград өлкәһендә ваҡыт
Күрһәтелгән көндән алып:
- 07.04.1946 — UTC+3, МСК;
- 01.04.1981 — UTC+4 (йәйге), UTC+3 («ҡышҡы»), МСК;
- 26.03.1989 — UTC+3 (йәйге), UTC+2 («ҡышҡы»), МСК−1;
- 31.03.1991 — UTC+2 (йәйге), МСК−1;
- 29.09.1991 — UTC+1 («ҡышҡы»), МСК−1;
- 03.11.1991 — UTC+2 («ҡышҡы»), МСК;
- 19.01.1992 — UTC+2 («ҡышҡы»), МСК−1;
- 29.03.1992 — UTC+3 (йәйге), UTC+2 («ҡышҡы»), МСК−1;
- 27.03.2011 — UTC+3 (йәйге), МСК−1;
- 31.08.2011 — UTC+3, МСК−1[6];
- 26.10.2014 алып — UTC+2, МСК−1[7].
МСК−1 зонаһы
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Происхождение и точная дата появления названия не установлены.
- ↑ Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
- Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
- ↑ Постановление Совета Министров СССР от 14.03.1989 № 227.
- ↑ Уникальный часовой пояс Калининградской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2014. Архивировано 26 ноябрь 2015 года.
- ↑ 1 2 Калининградская правда. «Время — местное». Архивная копия от 6 октябрь 2014 на Wayback Machine
- ↑ RELP. Постановление Правительства РФ от 8 января 1992 г. № 23 «О порядке исчисления времени на территории Российской Федерации». law.edu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2018. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Постановление от 31 августа 2011 г. № 725 «О составе территорий, образующих каждую часовую зону, и порядке исчисления времени в часовых зонах, а также о признании утратившими силу отдельных постановлений Правительства Российской Федерации».
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ (ред. от 21.07.2014) «Об исчислении времени». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2015. Архивировано 27 май 2015 года.