Мамалимов Хәниф Масай улы

Мамалимов Хәниф Масай улы (1912 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының трубвзвод музыканты[1].

Биографияһы

Хәниф Масай улы Мамалимов 1922 йылда Башҡортостандың Бөрө районында тыуған[1]. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылда Йылайыр районы хәрби комиссариаты тарафынан алынған. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкындағы трубвзводта (һорнайсылар взводында) музыкант булып хеҙмәт итә. Баймаҡ районы исемлегендә ул шулай уҡ артиллерия батареяһы ездовойы итеп күрһәтелгән[2]. ВКП(б)-ға 1942 йылда инә. Һуғыш йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн хәрби миҙалдарға лайыҡ булған[1][3]. Артбатарея ездовойы Мамалимов ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә: Чернухино станцияһы тирәһендәге немец тылындағы рейдта шәхсән алты һәм 1942 йылдың ноябрендә өс автоматсыны юҡ итә (60-сы кавполкы буйынса 058-н бойороғо). Алыштар барышында тыл һәм полк штабы араһында связной ролен өлгөлө үтәгән өсөн 1945 йылдың 14 майындағы бойороҡҡа ярашлы икенсе тапҡыр «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була[4].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар