Металлолом

Металлолом, металл һыныҡтары (рус. Металлический лом) — икенсел металлургия циклында утилләштерелгән йәки утилләштерелмәгән төрлө металл һыныҡтарының (ҡулланыуға яраҡһыҙ хәлгә килгән металл изделиелар) дөйөм, йыйылма атамаһы. Йыш ҡына металлоломға артабан эшкәртеү йәки утилләштереү өсөн махсус рәүештә бүленгән урындарҙа тупланған тимер-томорҙо ла индерәләр.

Металлолом төрҙәре

Металлолом башлыса металл һыныҡтары составында өҫтөнлөклө процентлы металл миҡдарына ҡарап йәки металл һыныҡтарын эшкәрткәндә өҫтөнлөклө иҡтисади әһәмиәткә ҡарап бүленә бүленә.

Төҫлө металдар һәм иретмәләр һыныҡтары һәм ҡалдыҡтары түбәндәгесә бүленә:

  • металдарҙың атамалары буйынса;
  • физик билдәләре буйынса кластарға;
  • химик составы буйынса иретмәләр төркөмдәренә һәм маркаларына;
  • сифат күрһәткестәре буйынса сорттарға.

Икенсе ҡара металдар түбәндәгесә бүленә:

  • углерод миҡдары буйынса ике класҡа;
  • легирлаусы элементтар булыуы буйынса ике категорияға;
  • сифат күрһәткестәре буйынса 28 төргә;
  • легирлаусы элементтар миҡдары буйынса 67 төркөмгә.

Хужалыҡ эшмәкәрлегендә, сәнәғәттә һәм сауҙала CCCР-ҙың ГОСТ-ына индерелгән металлолом төрҙәренең һәм төркөмдәренең хәреф билдәләре киң ҡулланыла:

  • Ҡара лом (ҡара металл һынығы)
    • Тимер һыныҡтары: тимер юнысҡыһы, көйөгө, хеҙмәт итеү мөҙҙәте сыҡҡан изделиелар.
    • Суйын һынығы: юнысҡы, ҡойоу ҡалдыҡтары һ. б.
    • Тутыҡмай торған тимер ваҡ-төйәге: металл эшкәртеү ҡалдыҡтары, ҡулланылышта булған изделиелар.
  • Төҫлө лом (төҫлө металдар һынығы)
    • Баҡыр һынығы: металл эшкәртеү ҡалдыҡтары һәм башҡа ҡалдыҡтар.
    • Баҡыр иретмәләре һыныҡтары: баҡыр иретмәләренән ҡалдыҡтар (баҡыр, бронза, томпак).
    • Алюмин һынығы: алюминий һәм уның иретмәләренең төрлө һынығы.
    • Магний һынығы: самолёт металы.
    • Титан һынығы: титан иретмәләренең самолет һәм карап һыныҡтары.
    • Ҡурғаш һынығы: аккумулятор һәм кабель һынығы.
    • Һирәк металл һынығы: ҡатмарлы иретмәләр һынығы һәм юғары технологиялы производство ҡалдыҡтары.
    • Ярым үткәргес һынығы: электрон сәнәғәт етештереү ҡалдыҡтары.
  • Ҡиммәтле металл лом
    • Алтын һынығы: хеҙмәт итеү ваҡытын үтәгән алтын иретмәһенән ювелир изделиелар, химаппаратура, катализаторҙар.
    • Көмөш һынығы: хеҙмәт итеү ваҡытын үтәгән ювелир изделиелар, көмөш-цинк аккумуляторҙар, катализаторҙар һ. б.
    • Платина металл һыныҡтары: хеҙмәт итеү ваҡытын үтәгән ювелир изделиелар, химик аппаратура, тиглдар, катализаторҙар, электр йылытҡыстар һ. б.

Металлолом категориялары

Категория Металлолом тасуирламаһы
3A Киҫәкле ҡорос ломы — габарит үлсәмдәре 800*500*500 мм (ГОСТ 2787-75), киҫәктең ауырлығы 2 кг-дан да кәм түгел, диаметры 200 мм-ҙан ашыу булған торбалар йәмшәйтелгән йәки төҙөүсе һыҙыҡ буйынса киҫелергә тейеш. Металлдың ҡалынлығы 6 мм-ҙан кәм түгел.
5A Ҡорос габаритлы лом, ҡалынлығы 4 мм, оҙонлоғо 1,5 м-ға тиклем һәм диаметры 200 мм-дан ашыу булған, төҙөүсе һыҙыҡ буйынсе киҫелмәгән һәм йәмшәйтелмәгән торбалар, конструкция ауырлығы 5 т-ға тиклем.
12A Ҡалынлығы 4 мм-ҙан кәм булмаған ҡорос ломы. Тимер, табаҡ, таҫмалап киҫелгән металл ҡалдыҡтары, еңел сәнәғәт һәм көнкүреш һынығы, сым һәм башҡа изделиелар, металл конструкциялары, торбалар.
17A Сәнәғәт суйыны һынығы — ҙурлығы 1500*500*500 мм-һан артмай.
19A Суйынр һынығы — фосфор миҡдары юғары булған ҙурлығы 1500*500*500 мм сантехник изделиелар (батареялар, ванналар һ.б.).
20A Ҙур булмаған суйын һынығы һәм суйын ҡойолма, металл ҡойоу һауыты һәм поддон рәүешендәге, киҫәктең ауырлығы 5 тоннанан артмаған сәнәғәт производствоһы ҡалдыҡтары.
22A Ҙур габаритлы фосфор миҡдары юғары булған суйын һынығы һәм сантехник производство ҡалдыҡтары һ.б. .

Металлолом майҙансығы

Лом һәм металл ҡалдыҡтары менән эш итеү өсөн һаҡлау майҙаны кәмендә 200 м2 булырға тейеш. Милектә йәки ҡуртымға алынырға ер участкаһы, йәки уның бер өлөшө, транспорт саралары һәм тимер юл өсөн инеү юлдары менән йыһазландырырға һәм түбәндәге үлсәмдәрҙә булырға тейеш[1]:

  • төҫлө металдар өсөн — кәм тигәндә 400 м²;
  • ҡара металдар өсөн — кәм тигәндә 1000 м².

Бөртөклө (тимер юнысҡыһы) металдарһы һаҡлау өсөн территория асфальт йәки бетон менән ҡаплана.

Металлолом эшкәртеү әһәмиәте

Металлоломды эшкәртеү ҙур иҡтисади һәм экологик әһәмиәткә эйә. Донъяның хәҙерге индустриаль үҫешен һәм сәнәғәт ҡулланыу өлкәһенә йәлеп ителгән металл күләмен иҫәпкә алғанда, металл күләменең ғәйәт ҙур булыуы асыҡлана, шуға күрә утилгә даими килгән металл сыныҡмаларының күләме лә бик ҙур. Ошо хәлдән сығып, күп илдәрҙә йөҙ йылдан ашыу металл ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ҡеүәттәр бар.

Бөтә төр металлолом эшкәртеүҙең төп стимулдары һәм файҙалары:

  • металл ятҡылыҡтарына йөкләнеште кәметеү (хәҙерге ваҡытта ныҡ кәмегән);
  • экологик хәлде яҡшыртыу;
  • иң мөһим металдарҙы алыу өсөн яғыулыҡ күләмен кәметеү;
  • глобаль масштабта металдарҙың таралыуын һәм һиптерелеүен кәметеү.

Ҡара металл һынығы

2006 йылда Рәсәйҙә лом йыйыу 34 млн тоннаға етә һәм тәүге тапҡыр 1987 йылдағы иң юғары кимәлдән ашып китә. Рәсәйҙән ҡара металл һыныҡтары экспорты 2004 йыл башынан кәмей, был эске ҡулланыуҙың артыуы менән бәйле. 2021 йылда металл һынығынн йыйыу буйынса 10 йыллыҡ рекорд ҡуйыла, бизнес һәм граждандар 30 млн тонна металл һынығын эшкәртеүгә тапшыра[2][3].

Лом экспортлау

Ҡара металлломды иң ҙур экспортлаусылар (млн тоннала).

Ил 2005 йыл
Рәсәй 12,65
АҠШ 11,48
Германия 7,12
Япония 6,92
Бөйөк Британия 6,52
Украина 1,26

Лом импортлау

Ҡара металлоломды иң ҙур импортлаусылар (млн тоннала).

Ил 2005 йыл
Төркиә 11,91
Ҡытай 10,19
Корея Республикаһы 8,31
Һиндостан 6,81
Испания 5,57
Италия 5,33

Иҫкәрмәләр

  1. Приказ и. о. министра по инвестициям и развитию Республики Казахстан от 23 января 2015 года № 45 «Об утверждении квалификационных требований для осуществления деятельности в сфере промышленности и перечня документов, подтверждающих соответствие им». Зарегистрирован в Министерстве юстиции Республики Казахстан 13 марта 2015 года № 10427.
  2. Алишер Абубакиров. Россия, к сожалению, лидер в добыче вторсырья. Наши соотечественники, прозябающие в откровенной нищете, установили грустный рекорд по сбору металлолома. Свободная пресса (22 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
  3. Иван Рыбин. Бизнес по-русски: годные станки — в чермет, лом — за границу. Почему в РФ населению запрещают покупать списанное промышленное оборудование? Свободная пресса (16 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Иванов В. Н. Словарь-справочник по литейному производству. — М.: Машиностроение, 1990.
  • ГОСТ 16482-70: «Металлы чёрные вторичные. Термины и определения». Утв. постановлением Госстандарта СССР от 08.12.1970 N 1717 (ред. от 01.12.1990).