Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы

Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин (рус. Гайнуллин, Мидхат Фазлыевич1925 йылдың 13 ноябре, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы2001 йылдың 15 апреле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1981) һәм III дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Ғилми эшмәкәрлеге

Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт драматургияһы һәм театр сәнғәте үҫеше тарихына арналған. Публицистика жанрында эшләй. Профессор Ғайса Хөсәйенов менән авторҙашлыҡта «Башҡорт совет яҙыусылары» (1967), «Писатели советской Башкирии» (1969) биобиблиографик белешмәләре, «Башҡорт драматургияһы антологияһы» йыйынтығы (1984), «Драматургия С. Мифтахова») («С. Мифтахов драматургияһы»)(1959), «Ысынбарлыҡ, Конфликт. Характер»(1974) һәм «Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары» (1985) монографиялары авторы булараҡ, М. Ф. Ғәйнуллин — башҡорт әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим. Ул шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре автор-төҙөүселәренең береһе. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985);
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2];
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981);
  • III дәрәжә Дан ордены (22.06.1945)[3].

Хеҙмәттәре

  • С. Мифтахов драматургияһы. — Өфө, 1959.
  • Башҡорт совет яҙыусылары. — Өфө, 1967.
  • Писатели Советской Башкирии. — Уфа, 1969.
  • Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер. — Өфө, 1974.
  • Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары. — Өфө, 1985.

Хәтер

2010 йылда Өфөлә яҙыусы йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыла.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар