Миңләхмәтова Татьяна Ғилниәхмәтовна

Миңләхмәтова Татьяна Ғилниәхмәтовна (3.1.1961) — фольклорсы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (Венгрия, 2003), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987)[1].

Биографияһы

Татьяна Ғилниәхмәт ҡыҙы Миңләхмәтова 1961 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Борай районы Байшаҙы ауылында тыуған.

1984 йылда Удмурт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1988 йылдан алып Ижевскиҙа,

1990 йылда — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, 1998 йылда — Финляндияның Хельсинки, Эстонияның Тарту ҡалалары университеттарында эшләй.

2003 йылдан алып Австриялағы Инсбрук университетының Тарих һәм Европа этнологияһы институтының ассистент-профессоры һәм ғилми хеҙмәткәре.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге удмурттарҙың, шулай уҡ башҡорттарҙың, Башҡортостан мариҙарының, татарҙарының, эстондарының фольклоры һәм этнографияһына, ҡыр шарттаоында алып барылған этнографик тикшеренеүҙәр методикаһын эшләүгә арналған.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Археология һәм этнография музейының этнографик коллекцияһын һәм фототекаһын тулыландыра.

Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы, Халыҡ-ара хикәйәләү фольклорын өйрәнеүселәр йәмғиәте, Халыҡ-ара этнология һәм фольклор йәмғиәте, Финляндияның А. М. Кастрен исемендәге йәмғиәте ағзаһы.

Хеҙмәттәре

Календарные обряды закамских удмуртов. Ижевск, 2000

Традиционные обряды закамских удмуртов: Структура. Семантика. Фольклор. Тарту, 2003

В поисках удмуртских жемчужин. Тарту — Инсбрук, 2019[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә