Мөслимов Павел Ильич
Мөслимов Павел Ильич (15 июнь 1967 йыл , Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй биатлонсыһы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаттары призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары[1].
Спорт карьераһы
Павел Мөслимов шәхси яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. 1995 йылда Антерсельвелағы донъя чемпионатында өлгәшә һәм спринтта көмөш призер була. Бер йылдан һуң Рупольдингта команда уҙыштарында көмөш миҙал яулай.
1998 йылда Наганолағы Олимпия уйындарында Павел Мөслим эстафетала бронза миҙал яулай, 20 километрға шәхси уҙышта 17-се һөҙөмтә күрһәтә.
Донъя кубогы этаптарында Мөслимов иҫәбендә — 1996/1997 миҙгелендә 20 километрға шәхси уҙышта еңеү һәм 6 подиум.
Наградалары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (27 февраль, 1998 йыл) — 1998 йылда XVIII ҡышҡы Олимпия уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмә
- ↑ ЗАМЕСТИТЕЛИ МИНИСТРА 2018 йылдың 2 март көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 февраля 1998 года № 206 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XVIII зимних Олимпийских игр 1998 года»
Һылтанмалар
- Профиль IBU
- Павел Муслимов — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы