Насибуллин Игорь Леонидович

Биографияһы

Игорь Насибуллин 1995 йылдың 14 июлендә Курск өлкәһендә, хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Леонид Ғилмийәр улы — запастағы майор. Уның өлгөһөндә улдары ла хәрби карьераны һайлай. Игорҙың ағаһы Александр ҙа[4] — хәрби.

Һуңынан Насибуллиндар ғаиләһе Башҡортостандың Яңауыл районына ҡайта[5].

Игорь Леонидович Кемерово радиоэлектроника кадет корпусын, Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлай. Белгород өлкәһендә мотоуҡсылар дивизияһының танк полкында хеҙмәт итә.

Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙә 2022 йылдан ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Насибуллиндың танкыһына идара ителеүсе танкыға ҡаршы ракета тура эләгә. Янған машинанан тоҫҡаусы-операторҙы һөйрәп сығарғанда Игорь үлемесле яра ала. Көнбайыш хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы Игорь Нәсибуллинды үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеменә тәҡдим итә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Өҫтәлмә мәғлүмәт

  • 2025 йылдың 6 октябрендә Геройҙың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙына «Яңауыл районының почётлы гражданы» тигән исем бирелде. Быға тиклем ул «Родительская доблесть», «Женщина — мать нации» һәм «Матери защитника Отечества» миҙалдары менән бүләкләнгән[9].

Хәтер

• 2023 йылда, тыуған көнөндә Яңауыл районында Игорь Насибуллинға бронза бюст асыла[8].
• Иҫке Вәрәш ауылының бер урамына исемен бирергә ҡарар ителә[10].
• 2024 йылда «Рәсәй Федерацияһы Геройҙары. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар» серияһында гвардия өлкән лейтенанты Игорь Насибуллинға (1995–2022) бағышланған почта маркаһы сығарыла[11].
• 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Яңауыл ҡалаһындағы 4-се мәктәпкә Рәсәй Геройы Игорь Насибуллин исеме бирелә[12][13].

Иҫкәрмәләр

  1. Офицер из Башкирии Игорь Насибуллин посмертно удостоен звания Героя России. mgazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2022.
  2. Вытаскивал товарища из горящего танка: офицеру из Башкирии посмертно присвоено звание Героя России. Рассказываем о подвиге. ufa1.ru - новости Уфы (5 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2022.
  3. Уроженец Курской области посмертно удостоен звания Героя России. 46ТВ Курское Интернет Телевидение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2022.
  4. Офицер Игорь Насибуллин из Янаульского района Башкирии погиб на Украине. AiF (7 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2022.
  5. В селе Старый Варяш Янаульского района Башкирии решено назвать улицу именем Героя России Игоря Насибуллина. mgazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2022.
  6. Офицер из Башкирии Игорь Насибуллин стал Героем России. Что известно о его подвиге.
  7. Насибуллин Игорь Леонидович / «Герои Отечества»
  8. 1 2 В Башкирии открыли бюст Герою России Игорю Насибуллину. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2023.
  9. Эдуард Кускарбеков. В Башкирии мать Героя России Игоря Насибуллина стала почётным гражданином. ИА «Башинформ» (6 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025. (рус.)
  10. В селе Старый Варяш Янаульского района Башкирии решено назвать улицу именем Героя России Игоря Насибуллина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2022. Архивировано 11 сентябрь 2022 года.
  11. В почтовое обращение вышла марка, посвящённая участнику СВО из Башкирии
  12. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025. (рус.)
  13. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года №487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025. (рус.)