Пантелькин Анатолий Александрович

Анатолий Александрович Пантелькин (1919 йылдың 15 сентябре, Фёдоровка районы1945 йылдың 14 марты, Венгрия) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы, истребитель авиация полкының эскадрилья командиры, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1945)[1].

Биографияһы

Пантелькин Анатолий Александрович 1919 йылдың 15 сентябрендә Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Юрматы кантоны[2] Кирюшкин (Веселовка) ауылында тыуған[3].

Урыҫ. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1935 йылда 7 синыфты, 1936 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында фабрика-завод уҡытыу мәктәбен ФЗО-ны (рус.)баш. тамамлай, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тирмән комбинатында токарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта Осоавиахим пилоттар курсына йөрөй.

1940 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм 30 ирекмән иҫәбендә комсомол юлламаһы буйынса Сталинград хәрби авиация пилоттар мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай[3].

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың ғинуарынан.

1945 йылдың 14 мартында А. А. Пантелькин Будапешт (Венгрия) янында хәрби заданиеларҙы (рус.)баш. үтәгәндә батырҙарса һәләк була[4][5][6]. Венгр ауылы Пекш зыяратында ерләнгән[7].

Һәләк булған мәленә 306 хәрби осош яһай, 56 һауа һуғышы үткәрә, шәхсән үҙе дошмандың 19 самолётын бәреп төшөрә[8].

Батырлығы

«116-сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры (295-се истребителдәр авиацияһы дивизияһы, 17-се һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) 1945 йылдың ғинуары уртаһына 270 хәрби осош яһай (дошман ғәскәрҙәренә разведка яһау — 26, ер өҫтө ғәскәрҙәрен ҡаплау — 84, штурмовик һәм бомбардировщиктарҙы (рус.)баш. оҙатыу — 160).

49 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән 16 дошман самолётын бәреп төшөрә. Штурмлау һәм бомба ташлау юлы менән 5 танкты, 30 хәрби йөк автомашинаһын, 150-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 3 тимер юл эшелонын яндыра. Капитан А. А. Пантелькин етәкселек иткән эскадрилья 1944 йылдың мартынан 1945 йылдың ғинуарына тиклем 517 хәрби осош яһай. Һауа һуғышында 29 дошман самолетын бәреп төшөрә. Штурмлау һәм бомба ташлау юлы менән 6 танк 67 автомашина, яғыулыҡ менән ике цистерна (рус.)баш., 10 тимер юл вагоны, боеприпастар, яғыулыҡ менән 3 склад, 580-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы менән эскадрилья менән өсөн оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Пантелькин Анатолий Александровичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[9].

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Анатолий Александрович Пантелькиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль (рус.)баш. районы Кирюшкин ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[10][11];
  • Советтар Союзы Геройы А. А. Пантелькин исеме менән Киев ҡалаһында (элекке Виноградарский) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында урам аталған[3];
  • Стәрлетамаҡта Герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3];
  • Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһындағы Дан мемориаль комплексында А. Пантелькинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
  • Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының Златоустовка ауылында Геройға бюст ҡуйылған[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Пантелькин Анатолий Александрович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. Александр Николаевич Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 457. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы
  3. 1 2 3 4 5 Ғ.Һ.Булатов. Пантелькин Анатолий Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026.
  4. ОБД Мемориал|57335590
  5. ОБД Мемориал|74094307.
  6. ОБД Мемориал|75228405.
  7. ОБД Мемориал|261997459.
  8. М. Ю. Быков. Все Асы Сталина 1936—1953 гг.. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — С. 912. — 1392 с. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)
  9. Пантелькин Анатолий Александрович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  10. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  11. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Пучкина А. Почерк советского лётчика //Лицом на запад. Уфа, 1972.