Зенцов Пётр Иванович
Зенцов Пётр Иванович (9 июнь 1889 йыл — 26 август 1920 йыл) — Рәсәйҙәге революция хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдың март—июлендә, 1919 йылдың ғинуар—мартында һәм август—декабрендә Өфө губернаһы Ғәҙәттән тыш комиссияһы (Уфимская губЧК) рәйесе (беренсе); 1918 йылдың июль—декабрендә РККА‑ның Көнсығыш фронтында Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһы вәкиле. 1919 йылдың март—авгусында Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһының үҙәк аппараты хеҙмәткәре, 1920 йылдын Урал өлкәһе Ғәҙәттән тыш комиссияһы, артабан Пятигорск округ Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе.
Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге
Пётр Иванович Зенцов 1889 йылдың 9 июнендә Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Тауш улусы (хәҙерге Пермь крайы Чернушка районы) Слудка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала саҡ йылдарында ата-әсәһе менән Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендәге Николо-Берёзовка ауылына артабан йәшәргә күсә. Николо-Берёзовкалағы земство башланғыс училищеһын тамамлағас, 1902—1905 йылдарҙа ауылдан Кама йылғаһы буйлап 20 саҡрымда өҫтәрәк ятҡан Камбаркалағы (хәҙер Удмурт Республикаһындағы ҡала) һөнәрселек техник мәктәптә уҡый. Шул уҡ йылда, 16 йәшендә, Өфө ҡалаһына килә һәм тимер юлы оҫтаханаһында токарь булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда большевиктар партияһы сафына алына һәм революцион хәрәкәттә тағы ла әүҙемерәк ҡатнаша башлай. Икенсе йылға РСДРП-ның Өфө ойошмаһы хәрби дружинаһына ағза булып инә. Ошо йылдарҙа ул ҡурҡыу белмәҫ һәм көслө ихтиярлы революционер булып үҫә. Йәшерен революцион эш алып барғаны өсөн Өфө 1906—1908 йылдарҙа бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм жандармерияның ныҡлы күҙәтеүе аҫтына эләгә. Шуға лда бер ни тиклем ваҡыт Благовещен ҡалаһында йәшәргә мәжбүр була, бында ауыл хужалығы ҡоралдарын йүнәтеү буйынса оҫтахана ойоштора. Аҙаҡтан Һамар ҡалаһына күсенә. 1909 йылдың октябрендә Өфөгә ҡайтҡас, Зенцовты дүртенсе тапҡыр ҡулға алалар. 1910 йылда революцион хәрби ойошмалар эшендә ҡатнашҡаны өсөн батша суды тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә. Партиялаш иптәштәре ҙур тырышлыҡ менән бәлиғ булмаған революционерҙың был язаһын ғүмерлек һөргөн менән алмаштырылыуына ирешә. Аяҡ-ҡулдары бығауланған егет киң билдәле Александр төрмәһенә (Александровский централ) оҙатыла.
1917 йылғы Февраль революцияһы уны төрмәнән азат итә. Инде сынығып өлгөргән революционер Өфөгә, үҙенең элек эшләгән тимер юл оҫтаханаһына ҡайта һәм сәйәси көрөшкә сума. Тиҙҙән ул оҫтаханала большевиктар партияһы комитеты секретары һәм эшсе һәм һалдат депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. Был ваҡытта партия ҡушыуы буйынса эшселәрҙең хәрби дружинаналарын ойоштора, уларҙың ҡала штабы һәм халыҡ байлдығын һаҡлаусы дружинаның етәксеһе була. Пётр Зенцов үҙенең бар яҡтан да әүҙемлеген Октябрь социалистик революцияһы көндәрендә күрһәтә: үҙенә бойһонған барлыҡ дружиналарҙы большевиктар яғына сығара, властың Советтарға күсеүенә туранан-тура булышлыҡ итә, урындағы контрреволюционерҙарҙың һәр төр саботажын баҫтырыу буйынса тәүәкәл һәм ҡыйыу саралар күрә. Артабан Зенцов Өфөлә Ҡыҙыл Армия отрядтарын ойоштороусыларҙың береһе була һәм ҡаланы аҡ чехтарҙан һәм аҡ гвардееецтарҙан һаҡлауҙы ойоштора, Ырымбур казактарының Александр Дутов етәкселегендәге ҡораллы күтәрелешен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың 9 мартында Пётр Зенцов ГубЧК—ның коллегия ағзаһы һәм рәйесе һәм бер үк ваҡытта Ҡыҙыл гвардияның ҡала штабы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ошо осорҙа махсус отряд ойоштороп, батша ғаиләһен Екатеринбург ҡалаһына күсереүҙә ҡатнаша. Ноябрь айында Мәскәүҙә үткәрелгән дзержинсы-чекистарҙың беренсе кәңәшмәһендә ҡатнаша. Үҙенең эш урынына ҡайтҡас, ойошмаға ҡушылған бурыстарҙы үтәүҙә төрлө әүҙем саралар ойоштора. 1919 йылдың апрель аҙаҡтарында Зенцов ВЧК-ның Үҙәк аппаратына эшкә саҡырыла, ул унда Феликс Дзержинский, Сергей Герасимович Уралов, Яков Христофорович Петерстарҙың туранан-тура етәкселеге аҫтында йәшерен-сәйәси бүлектә сектор мөдире була. 1920 йыл башында ВЧК органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашҡандан һуң Екатеринбургҡа — Беренсе Армияға ВЧК уполномоченныйы итеп ебәрелә. Июль уртаһында яңы тәғәйенләнеү — уға Пятигорскиға ревком һәм округтың оборона комитеты ағзаһы вазифаларын башҡарыу йөкмәтелә. 1920 йылдың 26 авгусында Кисловодскиҙән Пятигорскиға китеп барғанда Пётр Зенцов засадаға эләгә һәм уның ғүмере баш күтәргән бандиттар пуляһынан өҙәлә. Уның кәүҙәһен Өфөгә алып ҡайталар һәм революцияның тоғро һәм ҡыйыу һалдаты 12 сентябрҙә бөгөнгө көндә икенсе бер күренекле революционер Иван Якутов исемен йөрөткән паркта ерләнә.
Хәтер
- 2024 йылдың июнендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы бойороғо менән Пётр Зенцовтың Яҡутов исемендәге парктағы ҡәбере «төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау предметы (тарих ҡомартҡыһы)» тип танылды[1][2].
- Өфө ҡалаһындағы һәм Краснокама районының үҙәге Николо-Берёзовка ауылындағы урамдар Петр Зенцов исемен йөрөтә.
- Өфөлә һәм Николо-Берёзовка ауылында Пётр Зенцовҡа мемориаль таҡта-таштар ҡуйылған.
- Республиканың именлек һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Пётр Зенцовты һәр йыл үҙҙәренең һөнәри байрамдарында (20 декабрь — Рәсәйҙең именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнөндә һәм 10 ноябрь — Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөндә) хөрмәтләп иҫкә ала. Был ике ведомствола ойошторолған музейҙарҙа Пётр Зенцовҡа арналған айырым стендтар бар, юбилейҙарға арнап сығарылған китап-белешмәләрҙә лә уға тейешле урын бирелә, тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған мәҡәләләр баҫыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе могила Петра Зенцова признана памятником истории. ИА Башинформ, 1 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)
- ↑ Приказ Управления по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан от 29 мая 2024 года №278 «Об утверждении предмета охраны объекта культурного наследия (памятника истории) регионального значения «Могила Зенцова П.И.», памятник, 1889 – 1920 гг., расположенного по адресу: Республика Башкортостан, г. Уфа, Советский район, парк им. И. Якутова». Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)
Сығанаҡтар
- Пермь крайы энциклопедияһында мәҡәлә 2016 йылдың 10 март көнөндә архивланған. (рус.)
- Шумилов Е. Н. Государственные, политические, общественные деятели Пермской губернии (1905—1919 гг.) / Е. Н. Шумилов, 2-е изд., перераб. Пермь, 2005. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ЗЕНЦОВ Пётр Иванович (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)
- От губЧК до ФСБ // Сборник очерков. — Уфа: Китап, 2003. — 280 с. (рус.)
- Первый председатель Губчека В честь Петра Зенцова в столице открывается мемориальная доска. Газета «Республика Башкортостан», 2009 год, 9 июня(недоступная ссылка) (рус.)
- Олег Гайденко: «Федеральная служба безопасности — неотъемлемая часть всей системы государственных институтов власти» (рус.)
- День гибели первого председателя Уфимской губернской ЧК: 100 лет как не стало Зенцова. ИА Башинформ, 26 августа 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)