Примакин Иван Васильевич

Иван Васильевич Примакин (1923 йылдың 8 ноябре, Новгород өлкәһе1982 йылдың 8 ноябре, Туймазы, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, осоусы, штурм авиацияһы полкының звено командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Примакин Иван Васильевич 1923 йылдың 8 ноябрендә хәҙерге Новгород өлкәһенең Иҫке Русса районы Майлуковы Горки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Мәктәптең 7 синыфын бөтә, заводта слесарь булып эшләй. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.

1941 йылдың март айынан комсомол йүнәтмәһе буйынса Молотов (хәҙер Пермь ҡалаһы) пилоттар хәрби авиация мәктәбендә уҡый, уны тамамлағандан һуң 46-сы запас полкка осоусы итеп ебәрелә.

1943 йылдың февраленән сентябрь айына тиклем төнгө бомбардировщиктарҙың 17-се һауа армияһы 999-сы авиаполкында хеҙмәт итә. 951-се штурм авиацияһы полкының звено командиры (306-сы штурм авиацияһы дивизияһы, 17-я һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) лейтенант И. В. Примакин 1945 йылдың февраленә ИЛ-2 самолетында 120 хәрби осош, ПО-2 самолетында 10 көндөҙгө разведка осошо, ПО-2 самолетында 185 төнгө уңышлы хәрби осоштар яһай, шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Суворов орденлы 951-се авиация полкының 2-се эскадрильяһы Курск дуғаһы, Украина, Молдавия һуғыштарында, Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Уның туранан-тура етәкселеге аҫтында штурмовиктар төркөмө 1944 йылдың 20 авгусынан 1945 йылдың февраленә тиклем осорҙа 250 автомашина, 30-ға яҡын танк, ялан артиллерияһының 7 батареяһын юҡҡа сығара, боеприпастар менән 6 складты шартлата һәм башҡа техника һәм тере көстәрҙе юҡ итә.

Батырлығы

«Летчик Примакиндың хәрби эше 1944 йылдың 20 авгусында Днестр йылғаһында Кишинев юнәлешендәге дошман оборонаһын өҙөү осоронда башлана. Немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтә. Шәхси өлгөһөндә Тыуған илде азат итеү хаҡына осоусылар составын героик батырлыҡҡа рухландыра.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә штурм һөжүм итеү оҫталығын үҙләштерә һәм ИЛ-2 самолетын һуғыш яланы өҫтөндә грамоталы ҡуллана. Самолет менән оҫта идара итеүе һәм штурман әҙерлеге арҡаһында үҙен ябай һәм ҡатмарлы метеорологик шарттарҙа самолеттар менән идара итеү оҫтаһы итеп күрһәтә.

Ҡатмарлы хәрби заданиеларға төркөмдәрҙе 70 тапҡыр алып бара. 420 осош уның идараһы аҫтында хәрби заданиеларҙы үтәй. Осоу маршруттарын тактик грамоталы әҙерләп, зенитҡа һәм истребителдәргә ҡаршы маневрҙарҙы оҫта ҡулланып, уның төркөмдәре бер юғалтыу ҙа кисермәй.

Примакин пар менән һәм ҙур төркөмдә зенит артиллерияһы уты һәм истребителдәр авиацияһы менән нығытылған маҡсаттарға бара, уның бомбардировка штурм һөжүмдәре юғары командование тарафынан нәтижәле тип баһалана».

Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн эскадрильяның бөтә шәхси составы юғары наградаларға лайыҡ була, ә алты лётчикка, шул иҫәптән В. И. Примакинға 1945 йылдың 29 июнендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1].

Һуғыштан һуң И. В. Примакин Вологдала граждандар авиацияһы пилоты булып эшләй.

1947 йылдың 4 авгусында ҡулға алына һәм РСФСР Енәйәт кодексының 116 ч. 2, 193-7 пункт «д» статьяларында һәм СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 4 июнендәге «Граждандарҙың шәхси милкен һаҡлауҙы көсәйтеү тураһында» указында ч. 2, 1 ст. ҡаралған статьяларға ярашлы ҡылған енәйәте өсөн Вологда гарнизонының Хәрби Трибуналы ҡарары менән иркенән мәхрүм ителеп, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ете йылға ебәрелә.

И. В. Примакин шулай уҡ «запастағы өлкән лейтенант» дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Хәрби Трибунал СССР Юғары Советы Президиумына «Советтар Союзы Геройы» исеменән мәхрүм итеү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 февралендәге указы менән И. В. Примакин Советтар Союзы Геройы исеменән һәм бөтә наградаларынан мәхрүм ителә.

Хөкөм язаһын үтәп бөтөү менән, Башҡортостанға күсеп килә һәм Благовещен машиналар эшләү заводында слесарь булып эшләй, Благовещен ҡалаһының 13-сө һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры була.

1957 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай.

Иван Васильевич СССР-ҙың ҡаһарманлыҡ билдәләрен тергеҙеү буйынса үтенес менән мөрәжәғәт итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1962 йылдың 3 ғинуарҙағы указы менән И. В. Примакиндың «Советтар Союзы Геройы» исеме, дәүләт наградалары һәм хәрби дәрәжәһе тергеҙелә.

Запастағы капитан И. В. Примакин артабан Туймазыла йәшәй һәм слесарь, махсус цех начальнигы, Туймазы геофизик ҡоролмалар һәм аппаратура заводының инженер-технологы, СССР-ҙың 60-йыллығы исемендәге медицина быяла заводының граждандар оборонаһы начальнигы булып эшләй.

1982 йылдың 8 ноябрендә В. И. Примакин вафат була, Туймазы ҡалаһында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Примакин Иван Васильевичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының Туймазы ҡалаһы 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[3];
  • 2005 йылдың 6 майында Туймазы ҡалаһында Советтар Союзы Геройы хөрмәтенә тантаналы рәүештә батырҙар аллеяһы асыла, унда Геройҙың бюсы ҡуйыла[4];
  • 2017 йылда Иҫке Русса ҡалаһында хәрби дан аллеяһындә геройҙың бюсы ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 161, л. 2)
  2. Примакин Иван Васильевич. «Герои страны» сайты.
  3. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)
  4. Ғ. Һ. Булатов. Примакин Иван Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (28 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. (баш.)

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — Т. 5: П-С. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.