Ралль Юрий Фёдорович
Ралль Юрий Фёдорович (28 март 1890 йыл, Өфө — 16 сентябрь 1948 йыл, Ленинград) — Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм Советтар Союзының хәрби хеҙмәткәре, вице-адмирал (1941). Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ушаков, I дәрәжә Нахимов һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Биографияһы
Юрий Фёдорович Ралль 1890 йылдың 16 (яңы стиль менән 28) мартында Рәсәй империяһының Өфө ҡалаһында[1] хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[2]. Ралль — дворяндар нәҫеле, уларҙың имениеһы ҡасандыр Тверь губернаһының Старицкий өйәҙендә урынлашҡан булған[3].
1912 йылда Диңгеҙ кадет корпусын, 1915 йылда — Штурман офицерҙар класын, 1917 йылда — Траллау буйынса ваҡытлы курс, 1926 йылда — К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһы ҡарамағындағы Юғары академик курс тамамлай[3].
Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1917—1918 йылдарҙа — «Подвижный» миноносецы командиры, 1918 йылда — «Рига» транспорты, 1918—1919 йылдарҙа — «Капитан Изыльметьев» эсминцы командиры. 1919 йылдан Балтик диңгеҙенең трал һәм тотҡарлау эшенә мөдирлек буйынса флаг-штурманы, мина оборонаһы начальнигы[1].
1921 йылда Балтик флотының диңгеҙ көстәре штабының оператив бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1921—1922 йылдарҙа — Диңгеҙҙә йөҙөү баш идаралығының траллау бүлеге штурманы, 1922—1923 йылдарҙа — флот штабының флаг-штурманы, 1923—1926 йылдарҙа — «Марат» линия корабы командиры[3].
1926 йылдан — М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби-диңгеҙ училищеһы һәм Хәрби-диңгеҙ уҡыу йорттары караптарының уҡыу отряды начальнигы, 1930 йылдан — РККА Диңгеҙ көстәренең Уҡыу-строй идаралығы начальнигы урынбаҫары[1].
1932 йылдан — Ҡара Диңгеҙ флотының крейсерҙар бригадаһы командиры, ә 1935 йылдан — К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһы уҡытыусыһы[3].
1936—1939 йылдарҙа — В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияһының кафедра начальнигы, артабан Хәрби-диңгеҙ флотының Хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта Баш устав комиссияһы рәйесе урынбаҫары[1].
1941—1945 йылдарҙа — Балтик флотының мина оборонаһы командиры, флот штабы начальнигы, эскадра һәм Кронштадт диңгеҙ оборона районы командующийы[3].
1945 йылдан Германия флотын бүлеү буйынса Комиссияла эшләй, К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһының һыу өҫтө караптары тактикаһы һәм минаға ҡаршы оборона кафедраһы начальнигы була. 40-тан ашыу фәнни һәм хәрби-тарихи хеҙмәт авторы, шул иҫәптән «Описание Северного морского театра», «Описание Финско-ладожского театра», «Руководство для плавания в Финских шхерах», «Ночное траление», «Какие бывают военные корабли», «Торпедные катера», «Надводные минные заградители» һ. б [4].
1948 йылдың 16 сентябрендә Ленинградта вафат була[3]. Александр-Невский лавраһының Коммунистик майҙансығында (Хәҙер Санкт-Петербургтың Казак зыяраты) ерләнә[1].
2011 йылда Выборгта ҡуйылған «Хәрби дан ҡалаһы» стелаһында уңышлы Выборг операцияһы иҫтәлегенә Бьёрк архипелагын һәм Выборг ҡултығы утрауҙарын азат итеү менән етәкселек иткән Ю. Ф. Ралль һүрәте менән барельеф урынлаштырылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй империяһыныҡы:
• II дәрәжә Изге Станислав ордены
• II дәрәжә Изге Анна ордены
• III дәрәжә Изге Станислав ордены
• IV дәрәжә Изге Анна ордены
СССР-ҙыҡы:
• Ленин ордены
• дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• II дәрәжә Ушаков ордены
• I дәрәжә Нахимов ордены
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
• миҙалдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Главная страница/ Участники войны/ Ралль Юрий Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
- ↑ Архивная справка номер 2390/т от 31.10.2016 из Управления по делам Архивов Республики Башкортостан Государственного Казеного Учреждения Национальный Архив Республики Башкортостан cgiarb@gasrb.ru "О документах архивного фонда Уфимской духовной консистории и метрической книге Покровской церкви г. Уфы. В разделе «о родившихся» под порядковым номером 10 по мужской линии значится Юрий родившийся по старому стилю 16 марта 1890 года (крещён 25 марта): Ф.И. 294. — Оп. 2. — Д. 31. — Л. 5 об.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Фарватеры мужества адмирала Ралля (К 125-летию со дня рождения выдающегося деятеля военно-морского флота страны). ИА «Башинформ», 29 марта 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
- ↑ Институт развития образования Республики Башкортостан. Флотоводцы Башкортостана. Героические страницы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
Әҙәбиәт
• Близниченко С. С. Флагманы флота Азовского и Чёрного морей 1917—1945 гг. — Краснодар: Диапазон-В, 2010. — 336 с. (рус.)
• Институт развития образования Республики Башкортостан. Флотоводцы Башкортостана. Героические страницы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
Һылтанмалар
• Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Главная страница/ Участники войны/ Ралль Юрий Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
• Фарватеры мужества адмирала Ралля (К 125-летию со дня рождения выдающегося деятеля военно-морского флота страны). ИА «Башинформ», 29 марта 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
