Редькин Александр Дмитриевич
Редькин Александр Дмитриевич (12 март 1925 йыл — 6 август 1994 йыл) — статистик, сауҙа хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм ике яу миҙалы менән бүләкләнгән. 1944 йылдың декаберенән ВКП(б) (КПСС) сәйәси фирҡәһе ағзалығына кандидат, 1945 йылдың июненән — ВКП(б), КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Александр Дмитриевич Редькин Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны Ямаш волосының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы) Кесе Ыҡтамаҡ ауылында 1925 йылдың 12 мартында тыуған. Түбәнге Бобин башланғыс мәктәбен (1938), Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә 8 класс (1942), 1948 йылда СССР Үҙәк статистика идаралығының участка инспекторҙарын әҙерләү курстарын тамамлаған (1948).
Хеҙмәт юлын 1942 йылда Мәсетле машина-трактор станцияһының (МТС) трактор бригадаһы бухгалтеры булып башлай.
1943 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм Чкалов өлкәһенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) Быҙаулыҡ ҡалаһына тиҙләтелгән әҙерлек курстарына ебәрелә. Һуңынан 2-се Әстрхан хәрби пехота училищеһы курсанты була.
1943 йылдың 28 июленән фронтҡа ебәрлә. Брянск һәм Белоруссия фронттарында 217-се һанлы Унеча уҡсылар дивизияһының 668-се артиллерия полкы составында һуғыша. Разведчик-топограф булып хеҙмәт итә, 1944—1945 йылдарҙа полк штабы һәм дивизия штабы араһында элемтәсе була.
1945 йылдың авгусында 217-се пехота девизияһы тарҡатылғандан һуң 30-сы мотоуҡсылар дивизияһына күсерелә һәм 775-се миномет полкының топографы итеп тәғәйенләнә.
1945 йылдың декабренән 1946 йылдың июненә тиклем дивизияға беркетелгән айырым бататльон, шоферҙер уҡыу курсы курсанты. 1946 йылдың июленән ноябренә тиклем 30-сы уҡсылар дивизияһының 775-се миномет полкының уҡыу батареяһы водителе.
1946 йылдың 25 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 22 октябрендәге Указы нигеҙендә Совет Армияһы сафынан демобилизациялана.
1947 йылдың 1 февралендә СССР-ҙың Үҙәк статистика идаралығы Башҡорт АССР-ы статистика идаралығының Мәсәтле районы инспекцияһына участка инспекторы итеп ҡабул ителә. 1949 йылдың 16 ноябрендә Мәсетле районы инспекторы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 1957 йылға тиклем эшләй.
1957 йылдың 16 ноябрендә Мәсетле районы ҡулланыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайлана.
1957 йылдан 1985 йылдың майында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының ҡулланыусылар кооперацияһы һәм совет сауҙаһы системаһында юғары вазифаларҙа эшләй.
Мәсетле районы ҡулланыусылар союзы идараһы рәйесе (11.1957—02.1963), Октябрьск горкоопторг директоры (02.1963—03.1964), «Башпотребсоюз»дың Иглин район-ара базаһы директоры (03.1964-01.1965), Благовещен районы кулланыусылар союзы идараһы рәйесе (01.1965—03.1967), Өфө ҡалаһының Ленин районы аҙыҡ-түлек сауҙаһы системаһының 8, 12, 6, 49-сы һанлы магазиндар директоры (04.1967—05.1974), Өфө ҡалаһы Үҙәк универмагының бүлек мөдире (06.1974-06.1980)), МХТ мебель магазины директоры (06.1980—05.1985).
1985 йылдың майынан хаҡлы ялда.
1994 йылдың 8 июнендә Өфөлә вафат була. Оло Ыҡтамаҡ ауылында ерләнгән.
Наградалары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985, № 4495161)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы (1945)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә егерме йыллыҡ» миҙалы (1966)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҡырҡ йыл» (1985)
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы (1969)
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы (1978)
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы (1989)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1984)