СССР-ҙа Яңы йыл уйынсыҡтары

СССР-ҙа Яңы йыл уйынсыҡтарыЯңы йыл осоронда Советтар Союзында киң таралған шыршы уйынсыҡтары.

Мамыҡтан, ҡағыҙҙан, ҡатырғанан һәм быяланан эшләнгән. Улар шыршы өсөн яңы йыл биҙәүестәре генә түгел, ә илдәге һәм йәмғиәттәге төп ваҡиғаларҙы сағылдыра. Бындай уйынсыҡтарҙың үҙенсәлеге булып индивидуаллек һанала.

Тарих

Пётр I реформалары ваҡытында Рәсәй империяһында тәүге яңы йыл биҙәүестәре барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ император Николай I-нең ҡатыны императрица Александра Фёдоровна шыршыны уйынсыҡтар менән биҙәү традицияһын индерә.

Революцияға тиклемге Рәсәйҙә шыршы уйынсыҡтарын, башлыса, ҡағыҙҙан һәм ҡатырғанан эшләгәндәр. Магазиндарҙа киң ассортименттағы биҙәүестәр булһа ла, уларҙың хаҡы юғары булған.

1929 йылдың декабрендә «Правда» гәзитендә мәҡәлә баҫылып сыға, унда Раштыуа көндәре ябай эш көндәре тип иғлан ителә, Яңы йыл шыршылары тыйыла, XIX быуат аҙағында башланған шыршы уйынсыҡтары етештереү туҡтатыла.

Тик 1935 йылдың аҙағында Советтар Союзында Яңы йылды шыршы менән биҙәп үткәреү рәсми рәүештә рөхсәт ителә[1]. Фабрикалар, артелдәр һәм заводтар асыла, улар уйынсыҡтарҙы мамыҡ, картон һәм быяла кеүек материалдарҙан етештерә башлай. Ҡарағайҙарҙы совет стилендә биҙәйҙәр: фәрештәләр урынына аэростаттар, дирижаблдәр, самолёттар ҡуйыла, ә Вифлеем йондоҙо урынына биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙ ҡуйыла.

undefined

1937 йылдың 1 ғинуарында «Правда» гәзите хәбәр итә:

Союзкультторг бөтә ил буйлап шыршы уйынсыҡтарын 15 миллион һумдан артыҡҡа һатты.

Бер йылдан һуң был сумма өс тапҡырға артты. 1937 йылда Наркомпрос балалар баҡсаларында шыршы биҙәү буйынса тәҡдимдәр бирелгән «Балалар баҡсаһында шыршы» ҡулланмаһын сығара:

Өҫкө өлөшөн ҡыҙыл йәки көмөш ялтыр бишмөйөшлө йондоҙ менән биҙәргә. Урта ҡатламдағы ботаҡтарға — деталь ҡарауҙы талап итмәгән уйынсыҡтарҙы: бонбоньеркалар, шартлатҡыстар, буялған шыршы сәтләүектәре, яһалма йәшелсә һәм еләк-емештәр элергә; ә ситтәге ботаҡтарға аэроплан, парашют, Инду исемле эте менән сик буйы һаҡсыһы Карацупа, паровоз һәм броневик ҡуйырға. Яңы йыл шыршыһы — илебеҙҙә партия, хөкүмәт һәм шәхсән иптәш Сталиндың балаларға ҡарата ҙур хәстәрлеге ярҙамында тыуған бәхетле бала саҡ байрамы[2].

undefined

1937 йылда Союздар йортондағы Колонналар залына ҙур шыршы ҡуйыла[3].

1930-сы йылдар аҙағына шыршы уйынсыҡтары, маскарад кейемдәре һәм башҡа байрам атрибуттары менән магазиндар бөтә ерҙә лә асыла.

Мамыҡтан эшләнгән уйынсыҡтар

Мамыҡ — совет шыршы уйынсыҡтарын эшләүҙә иң киң таралған материалдарҙың береһе. Уйынсыҡтың эсендә сымдан эшләнгән каркас була, уның тирәләй мамыҡ урала. Уйынсыҡтарҙың йөҙҙәре һәм морондары папье-маше, балсыҡ йәки мастиканан эшләнгән, шунан уларҙы крахмалдан яһалған елем менән ҡаплап, янғынға сыҙамлы итәләр. Әҙер уйынсыҡтарҙы ваҡ стеклярус (ҡарҙы имитациялау өсөн) менән һибәләр һәм махсус елем менән нығыталар.

1939 йылға тиклем бөтә шыршы уйынсыҡтары ҡулдан етештерелгән. Бөтә Союз ғилми-эксперименталь институты ҡарары буйынса мамыҡ уйынсыҡтарҙы махсус тимер һәм гипстан эшләнгән формалар ярҙамында етештерә башлайҙар. Мамыҡ уйынсыҡтары етештереү бик тиҙ арта. 1950 йылға тиклем үк мамыҡ уйынсыҡтары етештереү ҡул хеҙмәтенән механизацияға күсә.

Уйынсыҡтар Мәскәүҙә, Ленинградта һәм башҡа ҡалаларҙағы ҙур производстволарҙа сығарылған. Уйынсыҡтар етештереүсе иң билдәле артелдәр: «Культпром», «Детская игрушка», «Ёлочная игрушка», «Гигровата» фабрикаһы, Горький паркының ИЗО, Шаумян исемендәге артель. Предприятиелар шыршы биҙәүестәренең иң яҡшы өлгөләрен конкурстарға тәҡдим иткән. Шул осорҙа иң популяр моделдәр — Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу, хайуандар, емеш-еләк, йәшелсә һәм юрғанға уралған сабый һындары булған.

Ҡағыҙ һәм ҡатырғанан эшләнгән уйынсыҡтар

Шыршы уйынсыҡтары өсөн иң популяр һәм арзан материалдарҙың береһе — ҡағыҙ һәм картон. Картондан яһалған фабрика уйынсыҡтары СССР-ҙа тик 1940 йылдарҙа ғына барлыҡҡа килгән. Был биҙәүестәрҙе эшләү техникаһы («Дрезден картоны») немец оҫталарынан үҙләштерелгән. Изделиелар рельефлы итеп баҫылған, ике ҡабарынҡы ҡатырға бергә йәбештерелгән, һуңынан көмөш йәким алтын буяуҙар менән буялған. Улар дрезден картонажына оҡшаш, әммә яҫыраҡ формала булған.

Иң популяр картон уйынсыҡтар — балыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр һәм әкиәт геройҙары булған.

Бындай уйынсыҡтарҙы үҙ ҡулдарың менән дә эшләргә мөмкин булған, уларҙың шаблондары журнал һәм гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан.

Фабрикалар штампланған һәм йәбештерелгән картон уйынсыҡтар сығарған. Штампланған уйынсыҡтарҙы махсус металл формаларҙа эшләгәндәр. Рельефлы баҫманан һуң, ике өлөшөн йәбештереп, фольга менән ҡаплап, аэрографик пистолет ярҙамында буяғандар. Ваҡ детальдарын ҡулдан төшөргәндәр. Йәбештерелгән картон уйынсыҡтар эшләү техникаһы уйынсыҡ өлгөһөн контур буйынса киҫеү һәм ағас елеме менән йәбештереү этабынан торған. Биҙәү өсөн төҫлө ҡағыҙ, мишура, таҫмалар һәм туҡымалар йәбештерелгән. Төрлө йорттар, һауыттар, йәнлектәр һәм фонарҙар йәбештерелгән картон техникаһы ҡулланып эшләнгән. Бөтә биҙәүестәрҙең дә элгесе булған.

Картон уйынсыҡтар СССР фабрикаларында 1980 йылға тиклем етештерелгән.

Быялан эшләнгән уйынсыҡтар

Беренсе быяла шыршы биҙәүестәре XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән, әммә улар бик ҡиммәтле булған. Рәсәйҙә быяла етештереүсе заводтар булмаған, шуға күрә тәүге биҙәүестәр сит илдән килтерелгән.

1848 йылда Клин ҡалаһында тәүге быяла заводы асылған[4]. Завод лампалар, шешәләр, аптекалар өсөн быяла әйберҙәр етештергән. Беренсе донъя һуғышы осоронда быяла биҙәүестәр етештерә башлайҙар, быяла биҙәүестәр эшләү серҙәренә рус оҫталары әсир немец һалдаттарынан өйрәтгән[2]. Беренсе уйынсыҡтар аэроплан, дирижабль, йәнлектәр, ҡоштар, йәшелсә һәм емеш-еләк рәүешендә булған.

Совет осоронда быяла уйынсыҡтар етештереүсе заводтар һәм артелдәр 1936 йылда барлыҡҡа килә. Улар араһында «Культигрушка» Ленинград артеле, Мәскәүҙәге быяла шыршы биҙәүестәре етештереүсе фабрика, «Красный Октябрь» һәм «Решетниковский стеклодув» артелдәре булған. Улар әкиәт геройҙары, ҡыҙыл армеецтар, будённовсылар, цирк тематикаһындағы уйынсыҡтар, биш мөйөшлө йондоҙҙар сығарған. Көнсығыш темаһына арналған биҙәүестәр серияһы ла булған: Аладдин, Хоттабыч ҡарт, көнсығыш һылыуҡайҙары һүрәтләнгән биҙәүестәр булған.

undefined

1937 йылда Политбюро ағзалары портреттары төшөрөлгән шарҙар серияһы сығарыла, шулай уҡ Маркс, Энгельс, Ленин һәм Сталин һүрәттәре төшөрөлгән ҙур шар сығарыла. 1940 йылдарҙа көнкүреш әйберҙәрен — сәйнүктәр, самауырҙар, лампаларҙы һынландырыусы шыршы уйынсыҡтары барлыҡҡа килә.

undefined

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда биҙәүестәр етештереү дауам итә. Кабель заводында сым һәм фольганан алма һәм ҡар бөртөктәре эшләнә. Лампалар заводы цоколһеҙ лампочкалар рәүешендә шарҙар етештерә.

1947 йылда 1 ғинуар яңынан ял көнө тип иғлан ителә, шыршы уйынсыҡтары етештереү тергеҙелә. Мәскәү һәм Ленинград фабрикалары тулы ҡеүәтенә эшләй башлай, Киев, Киров, Минск кеүек ҡалаларҙа махсус цехтар һәм фабрикалар асыла. Йәнлектәр, йорттар, тун кейгән балалар, СССР республикалары милли кейемендәге һындар рәүешендәге уйынсыҡтар етештерелә башлай. Александр Пушкин юбилейына уның әкиәт персонаждары төшөрөлгән уйынсыҡтар серияһы сығарыла. Шулай уҡ «Чиполлино» һәм «|Доктор Айболит» әкиәттәре геройҙары төшөрөлгән уйынсыҡтар популяр була.

1950-се йылдарҙа илдә муллыҡты сағылдырырға тейешле йәшелсә һәм емеш-еләк рәүешендәге шыршы уйынсыҡтары барлыҡҡа килә. Мәҙәниәт һәм илдәге ваҡиғалар биҙәүестәрҙә сағылыш таба: популяр мультфильм һәм комедия геройҙары рәүешендәге быяла уйынсыҡтар сығарыла. 1956 йылда «Карнавал төнө» фильмы сыҡҡандан һуң, сәғәткә оҡшаған, ун ике тулырға биш минут ваҡытты күрһәтеүсе, музыкаль инструменттар рәүешендәге биҙәүестәр барлыҡҡа килә.

Никита Хрущёв осорондағы кукуруз үҫтереү кампанияһы ваҡытында кукуруз бөртөгө рәүешендәге уйынсыҡтар популяр була. Космосҡа тәүге осоштар ракета, спутник һәм космонавтар рәүешендәге шыршы биҙәүестәрендә сағылыш таба. Шулай уҡ беренсе электр гирляндалары етештерелә башлай.

1960-сы йылдар башында рәссамдар форма менән эксперимент эшләй яһай башлай. Һатыуға уйымдары булған, оҙонса, өҫтөндә «ҡар» төшөрөлгән, өлөшләтә үтә күренмәле шарҙар һәм һындар сығарыла. Шул уҡ йылдарҙа быяла биҙәүестәрҙе боҙһарҙары, шыршы сәтләүектәре һәм пирамидкалар формаһында эшләй башлайҙар.

Традицион ҡыҙыл йондоҙ урынына осоусы ракета формаһындағы шыршы ослоғо эшләй башлайҙар. Ҡайһы бер биҙәүестәрҙе ҡараңғыла яҡтырта торған буяу менән буяғандар.

1970-се йылдарҙан башлап уйынсыҡтарҙы өрөп түгел, ә штампалау асылы менән эшләргә өйрәнәләр. Күпләп етештереү яйға һалына, ассортиментҡа төрлө төҫтәге типик шарҙар, шыршы сәтләүектәре, бер иш боҙһарҙары һәм ҡыңғырауҙар өҫтәлә. Шулай уҡ уйынсыҡтарға етештерелә.

Совет осорондағы быяла шыршы биҙәүестәрен бер нисә төргә бүлергә мөмкин: төрлө ҙурлыҡтағы шарҙар, емеш-еләк, хайуандар һәм ҡоштар, ҡырлы фонарҙар, йондоҙҙар һәм шыршы ослоҡтары, һауыт-һаба һәм хәрби техника. Шулай уҡ йыйылмалы биҙәүестәр төрө булған – быяла гәлсәр һәм мәрйендәр эшләнгән фигураларҙы сымға теҙеп ҙур күләмдә етештергәндәр.

Сит илдәрҙә етештерелгән быяла биҙәүестәр ҙә осрай ине, улар ныҡлығыы, ауырлығы һәм декоры менән совет биҙәүестәренән айырылып торған.

Күпләп етештереү

1970-се йылдар башына СССР-ҙа шыршы уйынсыҡтарын етештереү сериялыға әйләнә, был Яңы йыл биҙәүестәренең төрлөлөгөн кәметеүгә килтерә.

undefined

Һатыуҙа төрлө төҫтәге мишура һәм металл фольганан эшләнгән «яуым-төшөм» биҙәүестәре барлыҡҡа килә.

Уйынсыҡтар етештереүҙә пластмасса әүҙем ҡулланыла башлай: күп күләмдә прожектор шарҙар һәм күп ҡырлы шарҙар, үтә күренмәле шар эсенә ҡуйылған пластмасса күбәләктәр йәки энәғараҡтар сығарыла.[5].

Әкиәт мотивтары буйынса эшләнгән уйынсыҡтар популярлыҡ яулай, шундай уйынсыҡтар йыйылма итеп сығарыла.

1980-се йылдарҙа шарҙар, ҡыңғырауҙар, йорттар кеүек уйынсыҡтар популяр була. Был осорҙа уйынсыҡтар сағыуыраҡ, ялтырыраҡ була башлай. Тематик уйынсыҡтар аҙая, улар күберәк абстракт формала була.

Халыҡ-ара шыршы уйынсыҡтары коллекционерҙары ойошмаһы 1966 йылға тиклем етештерелгән уйынсыҡтарҙы иҫке тип иҫәпләү тураһында ҡарар ҡабул итә[6]. Бындай уйынсыҡтар формаһы менән айырылып тора, күбеһе ҡулдан буялған, шуға күрә индивидуаллеккә эйә.

Әлеге ваҡытта совет осоро шыршы биҙәүестәре ғаилә коллекцияларында һаҡлана һәм ил музейҙарҙа киң күрһәтелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Русские елки: елка советская. | Читать статьи по истории РФ для школьников и студентов. histrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2024.
  2. 1 2 Ёлочкин наряд — Музейно-выставочный комплекс (билдәһеҙ). museum-lesnoy.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  3. Бер нисә быуын өсөн хыял ҡарағайы. moscowseasons.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2024.
  4. Super User. История фабрики ёлочных игрушек и экспозиции комплекса «Клинское подворье» ծծծ (билдәһеҙ). www.klinvk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  5. ИСТОРИЯ НОВОГОДНЕЙ ИГРУШКИ В РОССИИ (билдәһеҙ). vorotrdk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2024.
  6. Инвестиции в игрушки (18 декабрь 2019). 27 ноябрь 2024 тикшерелгән.

Категориялар