Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө)
Салауат Юлаев һәйкәле (рус. Памятник Салавату Юлаеву) — башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа Өфөлә ҡуйылған һәйкәл (1967). Европалағы Һыбайлы һәйкәлдәренең иң ҙуры.
Тарихы
Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.
Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна.
Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, һәйкәлдең һүрәте — Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент.
2017 йылдың 17 ноябрендә һәйкәлдең асылыуына 50 йыл тулыу «Мәңге беҙҙең йөрәктә — Башҡорт улы Салауат!» исемле сара менән тантаналы шарттарҙа билдәләнде[1].
Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан батыр исемен йөрөтә. 2019 йылда майҙан башланған ерҙә, телеүҙәк ҡаршыһында шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылды.
Һәйкәлде реставрациялау
2024 йылда һәйкәлде реставрациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә[2].
2025 йылдың 2 июнендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәйкәлде реставрациялау пландары хаҡында хәбәр итте. Реставрация өс этапта үтәсәк: 2025 йылдың 30 июненән сентябренә тиклем — әҙерлек эштәре; 2025 йылдың октябренән 2027 йылдың апреленә тиклем — Өфөләге махсус йыһазландырылған цехта һәйкәлде һүтеү һәм реставрациялау буйынса эштәр; 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем — майҙанды төҙөкләндереү һәм фонтанды реконструкциялау. Реставрацияланған һәйкәлде 2027 йылдың октябрендә, монумент төҙөлөүҙең 60 йыллығы алдынан асыу көтөлә[3].
2025 йылдың 6 ноябрендә һәйкәлде һүтеү тамамлана[4].
2025 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә һәйкәлде реконструкциялау барышын күрһәтәләр[5]
2025 йылдың 22 ноябрендә Салауат Юлаев һәйкәле урынында уның проекцияһы тоҡандырыла[6].
2026 йылдың 6 февралендә Салауат Юлаев һәйкәле торған урындан аҫтараҡ, Ағиҙел йылғаһы буйындағы тау битләүендә яңы проекция тоҡандырыла. Был — Башҡортостан баш ҡалаһының республика флагы төҫтәрендәге башҡортса атамаһы[7].
Был сара матбуғатта
- Салауат Щербаков һәйкәлде бронзанан яңынан эшләү яҡлы[8];
- 2026 йылдың 29 апрелендә Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советының сираттағы ултырышы реставрация оҫтаханаһында үтә, совет вәкилдәре өсөн цех буйлап аңлатмалар менән экскурсия үткәрелә. Реставраторҙар һәйкәлдең деталдәрен бөтә ҡатламдарҙан таҙарта һәм һөҙөмтәлә буяуҙы алып ташлағандан һуң элек күҙҙән йәшерелгән етешһеҙлектәрҙе таба: металл арыған урындар күренә, етди ҙур ярыҡтар асыҡлана[9];
- 2026 йылдың 27 апрелендә Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалына һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы хаҡында һөйләй һәм монументты тергеҙеү варианттарын билдәләй[10];
- Курултай башкир будет контролировать реконструкцию памятника Салавату Юлаеву. ИА «Башинформ», 13 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024);
- Уфимский журналист рассказал о состоянии памятника Салавату Юлаеву изнутри. ИА «Башинформ», 15 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024);
- В Уфе демонтаж памятника Салавату Юлаеву вышел на завершающий этап. ИА «Башинформ», 30 октября 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2025).
Әҙәбиәт
• Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 78-79 с. ISBN 5-295-02294-3. Памятник Салавату Юлаеву. Гафури улица, Салавата имени площадь
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Башҡортостандың баш ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәленең 50 йыллығы айҡанлы тантаналы сара уҙҙы (башҡ.). ИА «Башинформ» (17 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе обсудили реставрацию памятника Салавату Юлаеву. ИА «Башинформ» (1 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025.
- ↑ В Уфе отреставрируют памятник Салавату Юлаеву (2 июнь 2025). 22 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе завершился демонтаж памятника Салавату Юлаеву. ИА «Башинформ» (6 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. На Прямой линии с Главой Башкирии показали реконструкцию памятника Салавату. ИА «Башинформ» (11 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Гульфия Акулова. В Уфе на месте памятника Салавату Юлаеву включили проекцию статуи. ИА «Башинформ» (22 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лайля Аралбаева. В Уфе на месте памятника Салавату Юлаеву зажглась новая проекция. ИА «Башинформ» (6 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. Памятник Салавату Юлаеву из бронзы будет навеки парить над рекой – Щербаков. ИА «Башинформ» (5 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе в демонтированном памятнике Салавату Юлаеву открылись новые изъяны. ИА «Башинформ» (29 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2026. (рус.)
- ↑ Азат Гиззатуллин. Глава Башкирии рассказал о двух вариантах восстановления памятника Салавату. ИА «Башинформ» (27 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2025)