Сергеева Ольга Михайловна

Сергеева Ольга Михайловна (1965 йылдың 5 марты, Белорет, Башҡорт АССР-ы) ― совет һәм Рәсәй опера йырсыһы (сопрано). Мария театры солисы[1]. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2008)[2].

Биографияһы

Ольга Сергеева 1965 йылдың 5 мартында Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған. Дүрт йәшендә етәксеһе Н. А. Лобков булған ҡала хорында йырлай башлай[3].

Уҡытыусы Ольга Каретникованың фортепиано класы буйынса Белорет музыка мәктәбен тамамлай[4], һуңынан — М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск музыка училищеһының хор һәм вокал бүлектәрен. 10 йыл Магнитогорскиҙың хор капеллаһында йырлай[5].

1997 йылда Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының вокаль факультетын тамамлай (Зара Долуханова класын)[6].

1998 йылдан 2000 йылға тиклем Мәскәүҙең «Яңы опера» театры солисы була, унда Тамара («Демон») һәм Феврония («Күренмәгән Китеж ҡалаһы һәм Феврония ҡыҙ тураһында хикәйәт») партияларын башҡара.

2000 йылдың мартында Ҙур театрҙа Аида партияһын (Дж. Вердиҙың «Аида»һы) башлап йырлай. Шул уҡ йылда Мария театрының опера труппаһына ҡабул ителә, Вагнер репертуарында төп солист була[7].

2001 йылда Мария театры труппаһы составында йырсы Ковент-Гарден король опера театры сәхнәһендә сығыш яһай, Амелия («Бал-маскарад»), Аида («Аида») һәм Леди Макбет («Макбет») партияларын башҡара.

2002 йылда Лиссабон опера театрында Кума («Чародейка») партияһын башҡара (дирижер Золтан Песко).

2004 йылда Нью-Йоркта Метрополитен-опера сәхнәһендә Брунгильда партияһында («Валькирия», Зигмунд — Пласидо Доминго, дирижеры — Валерий Гергиев) тәүгә сығыш яһай, 2005 йылда шул уҡ партияны Париждың Шатле театры сәхнәһендә башҡара (дирижер Кристоф Эшенбах).

2006 йылда Лондондың Альберт-холында һәм Мадридта Кристоф Эшенбах етәкселегендәге Париж симфоник оркестры менән «Зигфрид» операһында Брунгильда партияһында сығыш яһай. Шул уҡ йылдан Мария театры труппаһы составында Рихард Вагнерҙың «Нибелунгтар ҡулсаһы» тетралогияһы менән Токиола, Лондонда (Ковент-Гарден), Сеулда, Мәскәүҙә (Ҙур театр), Нью-Йоркта (Метрополитен-опера), Германияла (Баден-Баден фестивалендә) гастролдәрҙә була.

2008 йылда Мадридта «Тоска» операһында Тоска партияһын башҡара (дирижер Валерий Гергиев).

2019 йылда ХХХVII Ф. И. Шаляпин исемендәге халыҡ-ара опера фестивален асыу тантанаһында Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры тарафынан тәҡдим ителгән Николай Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» операһының премьераһында Любаша партияһын башҡара (Лев Мей драмаһы буйынса композиторҙың үҙенең һәм Ильи Тюменевтың либреттоһы, ҡуйыусы режиссер Михаил Панджавидзе, дирижер Ариф Дадашев)[8].

2006 һәм 2008 йылдарҙа Мусоргскийҙың "Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре"н һәм Валерий Гергиев етәкселегендәге Лондон симфоник оркестры менән Шостаковичтың 14-се симфонияһында сопрано партияһын башҡара. Шостаковичтың 14-се симфонияһында сопрано партияһын шулай уҡ 2010 йылда Стокгольмда, Венала, Амстердамда (Концертгебау) — Мария театры оркестры, 2011 йылда Валерий Гергиев етәкселегендәге Мюнхен филармонияһы оркестры менән башҡара.

2011 йылда Рихард Штраустың «Шәүләһеҙ ҡатын-ҡыҙ» операһында Барактың ҡатыны партияһын башҡара һәм артабан был проект менән Словения, Рәсәй, Япония һәм Шотландияла (Эдинбург фестивале) гастролдәрҙә була, шулай уҡ был партияны Мехико (Мексика) фестивалендә йырлай. Бынан тыш, «Шәүләһеҙ ҡатын-ҡыҙ» фильм-операһын яҙҙырыуҙа ҡатнаша, уның презентацияһы Санкт-Петербургта «Аҡ төндәр йондоҙҙары» фестивале сиктәрендә үтә.

Баден-Баденда (Германия), Равеллола (Италия) музыкаль фестивалдәрҙә һәм Пармала (Италия) Верди фестивалендә ҡатнаша, Мәскәүҙә, Лондонда, Манчестерҙа һәм Гонконгта гастролдәрҙә була.

Ғаиләһе

Ире — Мария театры солисы Андрей Спехов. Ике балаһы, ейәне бар[5].

Репертуары

Мария театрындағы репертуары:

  • Настасья («Чародейка»)
  • Лиза («Пика ханым»)
  • Феврония («Күренмәгән Китеж ҡалаһы һәм Феврония ҡыҙ тураһында хикәйәт»)
  • Рената («Утлы фәрештә»)
  • Полина («Уйынсы»)
  • Любка («Семён Котко»)
  • Элен Безухова («Һуғыш һәм солох»)
  • Катерина Измайлова («Мценск өйәҙе ледиһы Макбет»)
  • Марцелина («Фигаро туйы»)
  • Берта («Севилья цирюльнигы»)
  • Леди Макбет («Макбет»)
  • Амелия («Бал-маскарад»)
  • Аида («Аида»)
  • Зибель («Фауст»)
  • Тоска («Тоска»)
  • Турандот («Турандот»)
  • Сента («Осар голланд»)
  • Брунгильда («Валькирия», «Зигфрид» һәм «Аллалар үлеме»)
  • Изольда («Тристан һәм Изольда»)
  • Барактың ҡатыны («Шәүләһеҙ ҡатын-ҡыҙ»)
  • Хризотемида, Электра («Электра»)

Шулай уҡ репертуарында партиялар:

  • Валли («Валли»),
  • Тамара («Демон»),
  • Наташа («Русалка»),
  • сопрано Шостаковичтың 14-се симфонияһында.

Наградалары

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2008)[2];
  • Елена Образцованың I халыҡ-ара йәш опера йырсылары конкурсы лауреаты (Санкт-Петербург, 1999);
  • «Күренмәгән Китеж ҡалаһы һәм Феврония ҡыҙ тураһында хикәйәт» спектаклендәге Феврония партияһы өсөн Санкт-Петербургтың «Алтын софит» юғары театр премияһы лауреаты («Музыкаль театрҙа иң яҡшы роль» номинацияһы, 2001)[9].

Иҫкәрмәләр

  1. Ольга Сергеева. mariinsky.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025. Архивировано 16 июль 2025 года.
  2. 1 2 Сергеева Ольга Михайловна – Награды России. ru.nagrady.by (17 март 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  3. Сергеева (Басманова) Ольга Михайловна. Муниципальное казённое учреждение «Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025. Архивировано 24 июль 2024 года.
  4. Наши выпускники: Сергеева Ольга. ДМШ г. Белорецк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025. Архивировано 16 сентябрь 2024 года.
  5. 1 2 Высокая нота Ольги Сергеевой. Магнитогорский Металл. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  6. Информация с официальной страницы Ольги Сергеевой ВКонтакте. vk.com. ВКонтакте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
  7. Ольга Сергеева - Персоны - Санкт-Петербургская академическая филармония имени Д.Д. Шостаковича. philharmonia.spb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025. Архивировано 23 сентябрь 2017 года.
  8. Четыре смерти на почве любви. lgz.ru. Литературная газета (16 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025. Архивировано 8 февраль 2025 года.
  9. Золотой софит:Лучшая роль в музыкальном театре. zolotoisofit.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.