Спиридонов Михаил Григорьевич

Михаил Григорьевич Спиридонов (рус. Спиридонов Михаил Григорьевич, 1952 йылдың 28 апреле, Өфө2024 йылдың 16 ноябре, Өфө) — рәссам. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2020).

Биографияһы

Спиридонов Михаил Григорьевич 1952 йылдың 28 апрелендә Өфөлә тыуған. 1970 йылда Өфөлә А. А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай[1].

Өфөлә йәшәне һәм эшләне.

Ижадта метафизик художество йүнәлештәге вәкилдәргә ҡарай.

Әҫәрҙәренең урынлашыуы: АҠШ, Германия, Польша, Израиль, Франция галереяларында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, «Мираҫ», «Урал» (Өфө) галереяларында, К. А. Савицкий музейында (Пенза), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа.

Михаил Григорьевич 2024 йылдың 16 ноябрендә вафат булды[2].

Күргәҙмәләре

Михаил Спиридонов 1976 йылдан республика, зона, төбәк, бөтә рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. Уның 70-кә яҡын шәхси күргәҙмәләре Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының ҡалаларында үтә. Ул Өфө, Мәскәү, Вологда, Төмән, Свердловск, Силәбе, Варшава ҡалаларында коллектив күргәҙмәләрҙең ҡатнашыусыһы.

Эштәре

«Уфимский дворик», 1977; «Шорохи», 1979; «Путешествие в отрезке времени», 1987; «Белый путь», 1993; «Светозария», 2001; «Незнакомый полустанок», 2007; «Зов», 1990; «Путники», 1992.

«Мерцающая свинья», «Красное окно», «Путешествие в отрезке времени».

Әҙәбиәт

  • Газета «Известия РБ» от 17 апреля 2007 г.
  • А. Гарбуз «Современная художественная культура Башкортостана» Изд-во «Гилем», Уфа, 2007 г.
  • «Земляничные места» Михаила Спиридонова, Новосибирск. 2009 г.
  • Каталог «Михаил Спиридонов. Живопись» . Изд-во МК РБ, 1994 г.
  • Каталог «Востокозапад. Живопись». Изд-во «Слово», Уфа, 1994 г.