Суковатов Николай Иванович
Николай Иванович Суковатов (1921 йылдың 20 июне, Осиновка[d], Томский уезд[d], Томск губернаһы[d], Совет Рәсәйе — 1992 йылдың 22 майы, Өфө) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). 1961 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Биографияһы
Суковатов Николай Иванович 1921 йылдың 20 июнендә Томск өлкәһенең Кожевников районы Осиновка ауылында тыуған. Томск туҡланыу техникумын тамамлаған, Пермь өлкәһенең Менделеево станцияһында эшләгән[1].
1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1941 йылдың ноябренән — фронтта[2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1942 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алынып, 1943 йылдың мартында фронтта була[3]). Гвардия сержанты Суковатов 1943 йылдың көҙөндә Киевтан төньяҡтараҡ Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡанда Глебовка һәм Ясногородҡа ауылдары районында плацдармды (рус.)баш. баҫып алыуҙа һәм уны тотоуҙа батырлыҡ күрһәтә[4]. 241-се гвардия уҡсылар полкының командиры подполковник Н. П. Бударин бүләкләүгә тәҡдим иткәндә былай тип яҙа[3]:
Киев йүнәлешендәге һуғыштарҙа үҙен батыр һәм ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. 1943 йылдың 24 сентябрендә взвод составында беренсе булып Днепрҙы һуғышып аша сыға, Иҫке Днепр кисеүен аша сыға һәм кейенеп тә өлгөрмәй һан яғынан өҫтөн булған дошман менән алышҡа инә. Беренсе һуғышта уҡ взвод командиры яралана, һәм Суковатов взвод менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Днепрҙың көнбайыш ярындағы һуғыштар ваҡытында взвод тарафынан һан яғынан өҫтөнлөклө дошмандың 19 һөжүме кире ҡағыла, шул уҡ ваҡытта 57 немец һалдаты һәм офицеры, дошмандың ете пулемёт нөктәһе (рус.)баш. юҡ ителә. Ҡул һуғышында шәхсән ете гитлерсыны дөмөктөрә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрендәге Указы менән Киевтан төньяҡтараҡ Днепр йылғаһын уңышлы һуғышып аша сыҡҡаны, көнбайыш ярҙа плацдармды ныҡлы тотоп торғаны һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия сержанты Суковатов Николай Ивановичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[5])[6].
Һуғыштан һуң Н. И. Суковатов Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1956 йылда Боровичи хәрби училищеһын тамамлай. 1961 йылда ойоштороу-штат саралары («Хрущев ҡыҫҡартыуы») менән бәйле гвардия подполковнигы дәрәжәһендә Ҡораллы Көстәрҙән отставкаға сыға.
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында йәшәй. Магазин директоры, ДОСААФ (рус.)баш. техник мәктәбенең начальник урынбаҫары була, электр лампаһы заводында эшләй.
Ветеран 1992 йылда вафат була, Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын йондоҙ» миҙалы, (1943 17 октябрь, № 1931);
- Ленин ордены (17.10.1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (03.10.1943);
- миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Николай Иванович Суковатовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль (рус.)баш. районы Таутөмән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[7][8].
- Өфө ҡалаһы Еңеү паркының мемориаль комплексында Герой хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Суковатов Николай Иванович. Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Суковатов Николай Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 46, запись 150031259, стр. 165. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026) (рус.)
- ↑ 1 2 3 Уфаркин Николай Васильевич. Суковатов Николай Иванович. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Суковатов Николай Иванович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, запись 12057300. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026) (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Днепр — река героев. — 2-е изд., доп. — Киев: Изд. полит. лит Украины, 1988. — ISBN 5-319-00085-5.
- Энциклопедия Томской области. — Т. 2. — Томск: Томский государственный университет, 2010.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Суковатов Николай Иванович (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)
- Патриотический интернет проект «Герои Страны». Суковатов Николай Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Суковатов Николай Иванович] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Суковатов Николай Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)