Сәйетов Рушан Мөхәмәт улы
Рушан Мөхәмәт улы Сәйетов (рус. Рушан Мухаматович Саитов; 1979 йылдың 3 майы, Оло Ҡуйһары, Силәбе өлкәһе) — Рәсәй юрисы, нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. 2021 йылдан «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең власть органдары менән хеҙмәттәшлек буйынса департамент директоры. Башҡортостан Республикаһының алтынсы (2018—2023) һәм етенсе (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Биографияһы
1979 йылдың 3 майында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Оло Ҡуйһары ауылында тыуған[2].
Юғары белемгә Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) эйә була, 2001 йылда БДУ-ның Юридик институтын «юриспруденция» һөнәре буйынса «юрист» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлай[3].
Хеҙмәт юлын 2001 йылда Өфө ҡала хакимиәте Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитетының Ерҙәрҙе файҙаланыуға дәүләт күҙәтеүе бүлеге белгесе булып башлай. Артабан шул уҡ бүлектең әйҙәүсе белгесе була. Һуңынан Юридик бүлек етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләй[1].
2006—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эшләй. Хоҡуҡи экспертиза (рус.)баш. һәм административ органдар бүлеге консультанты була[4].
2008—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Хоҡуҡ һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы[2].
2012—2016 йылдарҙа «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Власть органдары менән хеҙмәттәшлек буйынса департаментының әйҙәүсе белгесе, менеджеры. 2016—2021 йылдарҙа шунда уҡ проекттар буйынса директор булып эшләй. 2021 йылдан — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең власть органдары менән хеҙмәттәшлеге буйынса департамент директоры[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2023 йылдан — берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламентта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының фракция[1] һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы[5].
- 2018—2023 йылдар — 50-се Туймазы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламентта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының фракцияһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы.
Ғаиләһе
Рушан Сәйетов — күп балалы атай. Ғаиләһендә бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почёт грамотаһы (2020)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Саитов Рушан Мухаматович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Саитов Рушан Мухаматович — биография. Сетевое издание «Информационно-аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон) (21 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Саитов Рушан Мухаматович. Директор Департамента по взаимодействию с органами власти ПАО АНК «Башнефть», депутат Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Саитов Рушан Мухаматович. Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по бюджетной, налоговой, инвестиционной политике и имущественным отношениям. Состав. Саитов Рушан Мухаматович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Партия «Единая Россия». Сайт «Избиратель — Депутат». Законодательный (представительный) орган субъекта Российской Федерации. Саитов Рушан Мухаматович.
- Сайт Vyborypro.ru
- Сайт Декларатор. Саитов Рушан Мухаматович.
- Сетевое издание «Уфа1.ру» (18+). 18 июня 2013 года. Благотворительность «Башнефти»: многолетние традиции.
- Официальный портал Республики Башкортостан. Волонтерское движение «Добрые сердца» ПАО АНК «Башнефть» поздравили детей Мичуринского приюта с Новым Годом.
- Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт. 17 августа 2021 года. Отремонтированный родник стал украшением деревни.