Сәлихов Илнур Рифат улы
Илнур Рифат улы Сәлихов (рус. Ильнур Рифатович Салихов; 1985 йылдың 12 сентябре, Мораҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй педагогы, тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре. 2020 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[1].
Биографияһы
1985 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда «Макдоналдс» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең персоналды өйрәтеү буйынса инструкторы булып башлай. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡый һәм был юғары уҡыу йортон 2007 йылда «тарих» һөнәре буйынса «тарих уҡытыусыһы» квалификацияһын (рус.)баш. алып тамамлай[2].
2008—2009 йылдарҙа — «Автос» яуаплылығы сикләнгән ширкәттең консультант-һатыусыһы.
2009 йылдың сентябренән Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында социаль педагог булып эш башлай һәм ике айҙан гимназия директорының административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары итеп күсерелә.
2017—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 160-сы лицейы директоры була.
2019—2020 уҡыу йылында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры вазифаһын башҡара, 2020 йылдың мартында директор итеп тәғәйенләнә һәм әле лә шул вазифаны башҡара[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2023 йылдың 10 сентябрендә Рәсәйҙәге берҙәм тауыш биреү көнөндә 33-сө бер мандатлы һаҡмар һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана. Парламентта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының фракцияһы[1] һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы[4].
Ғаиләһе
- Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Салихов Ильнур Рифатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Лица Партии. Салихов Ильнур Рифатович. Официальный сайт партии «Единая Россия». Региональные отделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Руководство. Педагогический (научно-педагогический) состав. Салихов Ильнур Рифатович. Директор. Официальный сайт государственного бюджетного общеобразовательного учреждения Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по науке, образованию, культуре, молодежной политике и спорту. Салихов Ильнур Рифатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Салихов Ильнур Рифатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026).
- Официальный сайт партии «Единая Россия». Региональные отделения. Лица Партии. Салихов Ильнур Рифатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026).
- Журнал «Генеральный Директор» — главное профессиональное издание для руководителей России. Официальный сайт. Рейтинг генеральных директоров (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026).
- Сайт «Панорама Башкортостана». 12 июня 2021 года. Ильнур Салихов: «Вся моя жизнь связана с Башкирией и ее столицей» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026).
- Газета «Зилаирские огни». Официальный сайт. 16 июня 2023 года. Ильнур Салихов: Человек должен совершенствоваться, ставить высокие цели (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026).
- Газета «Кугарчинские вести». Официальный сайт. 15 октября 2019 года. Ильнур Салихов: «Гимназия стала для меня вызовом судьбы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026).