Сәлихов Әхәт Ғөбәй улы

Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов (рус. Ахат Губаевич Салихов; 1966 йылдың 12 июне, Бикеш, Башҡорт АССР-ы) ― тарихсы-ғалим. 2014 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (2003). Мәжит Ғафури, Мифтахетдин Аҡмулла (2013) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин (2018) исемендәге премиялар лауреаты.

Биографияһы

Сәлихов Әхәт Ғөбәй улы 1966 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Бикеш ауылында тыуған[1].

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тарих-педгогика факультетын тамамлай.

1992―2006 йылларҙа ― Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында стажер-тикшеренеүсенән институттың ғилми секретары вазифаһына күтәрелә.

1997 йылда ― Мимар-Синан исемендәге университеттың Социаль фәндәр институтында (Истанбул, Төркиә) магистрлыҡ диссертацияһын, 2003 йылда ― «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Тикшеренеүҙәренең темаһы «Әхмәтзәки Вәлидиҙең 1908—1920 йылдарҙағы фәнни һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге»[2].

2006―2014 йылдарҙа ― Башҡортостан Республтикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле.

2014 йылдан ― Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Мәжит Ғафури исемендәге премия
  • Мифтахетдин Акмулла исемендәге премия (2013)[4]
  • Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы (Күгәрсен районы, 2018)[5]
  • «ТӨРКСОЙ-ҙың 20 йыллығы» иҫтәлекле миҙалы
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» иҫтәлекле миҙалы
  • БР Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы
  • Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты
  • ТӨРКСОЙ ойошмаһының Рәхмәт хаты.

Хеҙмәттәре

  • Ахмeтзаки Валиди Тоган, Сочинeния. Произвeдeния, написанныe до 1917 г. / Пeрeвод, коммeнтарии, составлeниe библиографии и вступитeльная статья А. Салихова // Уфа: Китап, 216 с. (на башк. яз.).
  • Научная деятельность Ахметзаки Валидова в России. Уфа: Гилем, 2003. 164 с.
  • Фахретдинов Р. Наставления / Составление и перевод А. Г. Салихова. Уфа: Китап, 2006. 319 с. (на башк. яз.).
  • Участие башкирской делегации в работе Первого тюркологического съезда в 1926 году в Баку. // Проблемы востоковедения. 2017. № 1. С. 70-73.
  • Первый толковый словарь башкирского языка 1926 года / Составление, перевод на современный башкирский язык, предисловие, комментарии А. Салихова. Уфа: Китап, 2018. 276 с. (на башк. яз.).
  • Başkurtlarda Eski Türk Takvimive Nevruz Bayramının Kutlanması (Тюркский календарь и празднование Навруза у башкир) // Bilig — Türk Dünyası Sosyal Bilimler Dergisi. 2019. № 88: S. 189—203. (на тур. яз.).
  • Тюркоязычные издания начала XIX века из фонда Национальной библиотеки РеспубликиБашкортостан // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2020. Том 34. № 1 (97). С. 58-68.
  • Арслан-Амекачевский (Унгаровский) вариант «Назиданий» Мифтахетдина Акмуллы // Проблемы востоковедения. 2020. № 3 (89). С. 78-84.
  • Арабографичные письменные памятники Федоровского района Республики Башкортостан. XIX — первая половина XX в. // Вестник архивиста. 2021. № 3. С. 879—890.
  • Некоторые религиозные термины, хадисы и аяты в башкирских мунаджатах (в соавторстве: Гиззатуллина Г. М.). // Oriental Studies. Т. 14. № 4. С. 858—867.

Иҫкәрмәләр

  1. Известные люди района. Ахат Салихов. Кугарчинская ЦРБ. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
  2. Научная и общественно-политическая деятельность Ахметзаки Валидова в 1908-1920 гг. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
  3. Салихов Ахат Губаевич. Ордена «Знак Почёта» Институт истории, языка и литературы УФИЦ РАН. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
  4. Ахат Салихов стал лауреатом премии имени Мифтахетдина Акмуллы. ИА «Башинформ» (18 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
  5. Вручение районной премии имени Шагита Худайбердина. МБУ ЦКС Кугарчинский РДК. Офиицальный сайт (12 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар