Тинес (Сосновка районы)
Тинес (рус. Теченский) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Сосновка районындағы ҡасаба. Тинес ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
Ҡуржакүлдең көнсығыш яр буйында, Тинес йылғаһының уң ярынан 3 километр алыҫлыҡта, район үҙәге Долгодеревенское ауылынан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
1957 йылда Маяк химия комбинатында радиация аварияһынан һуң, Тинес йылғаһы буйҙарында урынлашҡан тораҡ пункттар Көнсығыш Урал радиоактив эҙ зонаһына эләгә. Боевка, Исаев ауылдары, шулай уҡ 42-се трестың 3-сө фермаһы ҡарамағындағы ҡасаба халҡы Тинес ҡасабаһына күсерелә.
1968 йылда «Мөслим» совхозының Төньяҡ бүлексәһе ҡарамағындағы тораҡ пунктҡа Тинес (рус. Теченский) ҡасабаһы исеме бирелә[2].
Халҡы
Урамдары
Ҡасабаның урамдар селтәре 9 урамдан тора[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 января 1970 г. / Г. О. Абрамович. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1971. — 193 с.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Сосновский р-н → Теченский п. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2016. Архивировано 5 апрель 2015 года.