Тэджон

Тэджон (кор. 대전 [tɛ̝.dʑʌn]) — Көньяҡ Кореяның үҙәгендә туранан-тура ҡарамағындағы ҡала, Чхунчхон-Намдо провинцияһының административ үҙәге. Ҡаланың рәсми исеме — Тэджон ҡала метрополияһы (кор. 대전광역시 Тэджон-гванъекси). 1 564 мең халҡы менән ҙурлығы буйынса Кореяла бишенсе ҡала[22]. Көньяҡ Кореяның фәнни-техник баш ҡалаһы тип һанала.

Географияһы

Ҡаланың географик координаталары: 36° 10' ~ 36° 29' төньяҡ киңлектә. 127° 14' ~ 127° 33' көнсығыш оҙонлоҡта.

Тэджон Көньяҡ Кореяның урта өлөшөндә урынлашҡан, Сеулдан 167 км алыҫлыҡта, Пусандан 294 км һәм Кванджунан 169 километр алыҫлыҡта ята.

Климаты

Тэджонда дымлы муссонлы климат. Ҡыш һалҡын һәм ҡояшлы, уның оҙайлығы яҡынса ике ай, йәй эҫе һәм ямғырлы, уның оҙайлығы — биш ай.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 3,3 5,7 11,5 19,1 23,8 27,4 29,7 30,2 25,9 20,4 12,7 6,1 18,0
Уртаса температура, °C −2,4 −0,2 4,9 12,2 17,5 21,8 25,0 25,4 20,2 13,6 6,5 0,2 12,1
Уртаса минимум, °C −6,3 −4,5 0,2 6,3 11,7 17,2 21,8 21,8 15,8 8,3 1,9 −3,9 7,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 29,5 36,4 60,5 87,2 97 174,3 292,2 296,5 141,5 56,9 51,7 30,1 1353,8
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория

Тимер юлы үткәнгә тиклем был ҙур булмаған Ханбат ҡалаһы булған. 1905 йылда бында Сеулдан Пусанға тимер юлында тимер юлы вокзалы төҙөлә, һәм ҡала тиҙ үҫә башлай. 1932 йылда Чхуннам провинцияһының баш ҡалаһы Конджунан Тэджонға күсерелә. Корея һуғышы башында ҡала ҙур конфликт үҙәге була (Тэджон операцияһы).

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тэджон 5 районға бүленгән («ку»).

Исеме Хангыль Ханча
Тэдокку 대덕구 大德區
Тонгу 동구 東區
Чунгу 중구 中區
Согу 서구 西區
Юсонгу 유성구 儒城區

Тимер юл вокзалы, ике тиҙ йөрөшлө Кёнбу һәм Хонам автомагистрале бар. Ҡаланы Чхонджу халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә

Тэджонда метрополитен эшләй. 2006 йылда эксплуатациялана башлай.

1993 йылда ҡалала халыҡ-ара күргәҙмә үтә (бөтә донъя Экспо-1993 күргәҙмәһе). Был ваҡиғаға ҡарата EXPO Bridge күпере төҙөлгән.

Ҡалала К-Лигаһының Daejeon Citizen футбол командаһы бар.

Тунсан паркында урынлашҡан Тэджон сәнғәт музейы үҙенең сәнғәт һәм технологиялар берләшкән экспонаттары менән билдәле. Ул 1998 йылда ойошторола.

1959 йылдың 1 мартында ҡалала Atomic Energy Research Institute (AERI) ойошторола, 1973 йылдың 17 февралендә Radiological Research Institute (RRI) һәм Radiation Research Institute in Agriculture (RRIA) менән берләштерелгәс, Korea Atomic Energy Research Institute (KAERI тигән атама ала. 1990 йылда ҡалала Корея Республикаһы фән һәм техникаһының милли музейы асыла.

Вьетнам Биньзыонг провинцияһы, Вьетнам (2005)

  • Особые города Кореи
  1. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1735
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 https://www.daejeon.go.kr/english/EngSisterCities.do?menuSeq=7028
  3. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1736
  4. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1731
  5. http://wb.nanjing.gov.cn/njszfwsbgs/201810/t20181023_616096.html
  6. https://www.daejeon.go.kr/dre/DreContentsHtmlView.do?menuSeq=2768
  7. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1738
  8. https://www.uppsala.se/contentassets/a61182f2e8744c9887071e500a8f4f6b/kf-arende-36-policy-for-internationellt-arbete.pdf
  9. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1737
  10. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1730
  11. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1732
  12. http://www.durban.gov.za/City_Services/IGR/sistercities/Documents/daejeon_1.pdf
  13. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1734
  14. https://www.montgomerysistercities.org/daejeon
  15. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=5256
  16. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1740
  17. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1728
  18. https://www.daejeon.go.kr/english/EngPartnerCities.do?menuSeq=7029
  19. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=5262
  20. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1733
  21. https://kosis.kr/eng/statisticsList/statisticsListIndex.do?menuId=M_01_01&vwcd=MT_ETITLE&parmTabId=M_01_01&statId=1962001&themaId=#SelectStatsBoxDiv
  22. Demographia World Urban Areas (ингл.) (pdf). demographia.com (апрель 2016). — 12th Annual Edition. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2017.
  23. Cambridge Peace Commission :: Sister Cities (ингл.). cambridgema.gov. Архивировано 5 июнь 2015 года. 2015 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.

Категориялар