Уйылдан (исем)

Викидата элементы юҡ

Уйылдан — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарында да ҡулланыла.

Этимологияһы

Уйылдан — төрки сығанаҡлы башҡорт исеме.Ҡаҙағстандың Аҡтүбә далаларынан башланған Уйыл йылғаһы атамаһынан, Башҡортостандың Рәсәй ғәскәрҙәре сафында был йылға буйында хәрби походтарҙа һәм хәрби хеҙмәттә булыуҙары иҫтәлегенә ҡушылған исем.[1]. Уйылдан ғәрәпсәнән бала, улан, ожмах хеҙмәтсеһе тигән мәғәнәләргә эйә[2].

Билдәле шәхестәр

Сәйетов Уйылдан Ғилман улы (17 ноябрь 1951 йыл) — комсомол, партия, матбуғат һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. Философия фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Ғәлин Уйылдан Нурғәли улы — Бөтә Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар кампанияһының «Башҡортостан» ДТРК филиалында генераль директоры урынбаҫары.

Халыҡ ижадында

«Уйыл» — башҡорт халыҡ йыры

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ