Уразай (Әгерже районы)
Уразай (Кесе Салағош; татар. Уразай, рус. Уразаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[3].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[3].
Халҡы
1762 йылда ауылда 32 ир затлы типтәр; 1859 йылда — 210 типтәр (башҡорттарҙан) һәм 10 аҫаба башҡорт; 1897 йылда — 458 башҡорт, 3 типтәр һәм 3 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[4][5].
| 1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 | 2010 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 228 | 370 | 488 | 776 | 662 | 698 | 527 | 460 | 431 | 299 | 250 | 201 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 45. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 146, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.