Үтәгән (Татарстан)
Үтәгән[3] (татар. Үтәгән, рус. Утяганово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫәнбай административ-территориаль улусы составына керә[5].
1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу һөҙөмтәһендә, ауыл кешеләре (аҫаба йәнәй башҡорттары) Иванай ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) күсергә мәжбүр була һәм бында керҙәш булып китә[5].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, мәктәп, земство мәктәбе, тирмән теркәлгән[4].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылдан — Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[4].
Халҡы
1834 йылда ауылда 216 аҫаба башҡорт (шулай уҡ Яңы Мәчти тигән өлөшөндә 14 керҙәш башҡорт); 1840 йылда — 244 башҡорт (шулай уҡ 1841—1842 йылдарҙа Яңы Мәчти тигән өлөшөндә 30 башҡорт) иҫәпләнгән[5].
| 1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 | 2010 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 249 | 487 | 1093 | 1195 | 1295 | 1106 | 1051 | 793 | 713 | 408 | 364 | 287 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 42—43. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.