Салағош
Салағош[2] (татар. Салагыш, рус. Салауши) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[4].
1719 йылда ауыл кешеләре (аҫаба байлар башҡорттары) Дыуанай улусының Ҡарттәкә ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) күсә һәм бында керҙәш булып китә[4].
XX быуат башында ауылда 3 мәсет, биш класлы мәҙрәсә (1916 йылда 115 шәкерт уҡыған), милли китапхана (1909 йылда асылған), рус-башҡорт земство мәктәбе (1910 йылда асылған) теркәлгән[5].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[3].
Халҡы
1834 йылда ауылда 168 аҫаба башҡорт, 1035 типтәр һәм 9 керҙәш башҡорт; 1897 йылда — 1168 типтәр, 1594 башҡорт, 29 ҡаҙна крәҫтиәне, 10 сауҙагәр һәм 6 почетлы граждан тоҡомдары иҫәпләнгән[4][5].
| 1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1726 | 2433 | 2959 | 3690 | 2896 | 2023 | 1323 | 1138 | 556 | 768 | 611 | 595 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 45—46. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 145—146, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.