Фәрхетдинова Диана Руслан ҡыҙы

Фәрхетдинова Диана Руслан ҡыҙы (рус. Фархутдинова Диана Руслановна; 2000 йылдың 8 авгусы, Малаяҙ) — спортсы, хоккейсы, ҡапҡа һаҡсыһы. 2021 йылдан Санкт-Петербург ҡалаһының Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында сығыш яһаған «Динамо-Нева» командаһы уйынсыһы һәм Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма хоккей командаһы ағзаһы. 2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Спорт мастерлығына кандидат.

Биографияһы

Диана Руслан ҡыҙы Фәрхетдинова 2000 йылдың 8 авгусында Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған[1].

Ата-әсәһенең йорт төҙөүгә тотоноуҙары сәбәпле, 2008 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһында торған оләсәһе янында йәшәй башлай[2]. Бында ишек алдында ғына асыҡ һауалағы хоккей ҡумтаһы була. Малайҙарҙың шайба һуҡҡанына ҡыҙығып, Диана уларға ҡушыла һәм ошо уйын менән ныҡлап мауығып китә. Быға тиклем ул музыка мәктәбенә йөрөгән, бокс һәм дзюдо менән дә шөғөлләнеп ҡараған була. Ошо йылдан Ҡытаутамаҡ ҡалаһының «Вагоностроитель» балалар хоккей командаһы составында уйнай башлай[2].

2010 йылда Силәбенең «Челябинские волчицы» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһына саҡырыла һәм уның өсөн дүрт йыл сығыш яһай[1].

2014—2019 йылдарҙа Түбәнге Новгородтың «СКИФ» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы ҡапҡасыһы[3].

2021 йылдан Санкт-Петербургтың «Динамо-Нева» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы составында уйнай, ҡапҡасы[4].

Шул уҡ йылдан Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма хоккей командаһы ағзаһы. 2022 йылда Ҡытайҙа уҙған 14-се Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша[2].

2025 йылдың сентябрь башында профессиональ спорттағы карьераһын тамамлай[5].

Ҡаҙаныштары

  • Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2022)
  • Хоккей буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы
  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының ике тапҡыр бронза призёры (2017/2018, 2018/2019)
  • Волга буйы федераль округының ике тапҡыр чемпионы.