Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы
Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина (рус. Лира Фахреевна Файзуллина; 1936 йылдың 25 феврале, Сәйетбаба ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2026 йылдың 31 марты, Өфө) — 1959—1998 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Биографияһы
Фәйзуллина (ҡыҙ фамилияһы Мәхмүтова) Лира Фәхри ҡыҙы 1936 йылда Башҡорт АССР-ының хәҙерге Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған[1].
Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1956 йылда «Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла» тигән хәбәр ишетеп, дикторҙар конкурсында үҙен һынап ҡарарға була. Тиҙҙән уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай ҙа башлай.
Артабан Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый, күренекле СССР дикторҙары — Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә.
Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала.
40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була.
Башҡортостан телевидениеһыында балалар өсөн «Асыҡ ишек» тапшырыуын, радиола «Ата‑әсәләр өсөн тапшырыу» рубрикаһын, «Ауыл хужалығы» радиожурналын, мәғлүмәт‑сәйәсәт, балалар тапшырыуҙарын, әҙәби композициялар, байрам сараларынан тура трансляциялар алып бара; радиоспектаклдәрҙә ҡатнаша[1].
«Туй» телевизион фильмында артист булараҡ төшә («Баштелефильм», 1970).
Лира Фәхри ҡыҙы шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле.
Хаҡлы ялда ире Рәүил ағай менән Өфөлә йәшәй.
2026 йылдың 31 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Республика йәштәр фестивале лауреаты (Өфө, 1957);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Г. Ә. Ишкинина. Файзуллина Лира Фахреевна. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026. (баш.)
- ↑ Ляйсан Закирова. В Уфе ушла из жизни легенда башкирского телерадиовещания Лира Файзуллина. ИА «Башинформ» (31 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Говорит Уфа. Радио Башкортостана — 75 лет. Уфа, 2004. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2026).
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2026)
- Музей образования Гафурийского района «Учитель вечен на земле». Официальный сайт. Книга памяти выпускников школ Гафурийского района (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2026).