Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова (рус. Акбулатова, Фарзана Фатиховна; 1960 йылдың 1 феврале, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995), Яҙыусыларҙың интернациональ[1] союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2022), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты.

Биографияһы

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[2]) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбенән һуң Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый.

1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта.

1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы[3][4][5]..

1997 йылда «Зәңгәр ҡаялар» проза йыйынтығы донъя күрә, шул уҡ исемдәге фәлсәфәүи фантастик роман һәм хикәйәләр ҙә бар. Китапта атайҙар менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәргә иғтибар бирелә.

2001 йылда автор стиленең эпик һәм фәлсәфәүи аһәңен көсәйтеп, «Тамамланмаған китап» романы донъя күрә. Артабанғы йылдарҙа «Тынлыҡты тыңланым» һәм «Исеме мөхәббәт» лирик повестары донъя күрә; Һуңғыһы киң танылыу яулай һәм 2008 йылда бестселлерға әйләнә.

Аҡбулатова ижадында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән әҙәбиәт һиҙелерлек урын алып тора. «Харис һәм тылсымлы йылан» романы, шулай уҡ балалар өсөн пьесалар, әкиәттәр, шиғырҙар авторы.

Яҙыусының әҫәрҙәре ил һәм Рәсәй ваҡытлы матбуғат биттәрендә даими донъя күрҙе. Урыҫ теленә тәржемәләрҙә (тәржемәсеһе — Ольга Мортазина) улар «Бельские просторы», «Наш современник» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа баҫылып сыға[4][6].


2024 йылда профессиональ әҙиптәр араһында патриотик темаға әҫәрҙәр яҙыу буйынса үткәрелгән «Заман ауазы» конкурсында «Бәләкәй проза» номинацияһында 2-се урын ала[7].

Ижады

Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде.

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың ижад кисәһе була[8].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[9]

2022 йылдың 16 декабрендә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[10].

Йәмәғәт эшмәкәрлек

Фәрзәнә Аҡбулатова Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар йәмәғәтселегендә әүҙем эшләй, уҡыусылар, мәктәп уҡыусылары, студенттар менән даими осраша, Рәсәй һәм халыҡ-ара мәҙәниәт майҙансыҡтарында башҡорт әҙәбиәтен тәҡдим итә. «Китаби Деде Ҡорҡут» төрки эпосының 1300 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашты[4].

Китаптары

  • Атай икмәге: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1993. — 144 с.;
  • Зәңгәр ҡаялар: Фантастик повесть-ҡисса, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1997. — 272 с.;
  • Я слушала тишину. — Өфө: Китап, 1999.;
  • Уның исеме — Мөхәббәт: Повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2007.;
  • Иң тәмле китап: Әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010.;
  • Харис и волшебная змея. — Өфө: Китап.;
  • Неоконченная книга: Роман. — Өфө: Китап, 2011.;
  • Загнанные кони: Роман. — Өфө: Китап, 2015..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021).
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022)[11]

Иҫкәрмәләр

  1. Член Интернационального Союза писателей:Акбулатова Фарзана Фатиховна. inwriter.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  2. Закон Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 Об изменении наименования государства Башкирская Советская Социалистическая Республика. volganews.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. 2016 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған. (рус.)
  3. «Юлдаш» радиоһы сайты. Ижади төркөм. Фәрзәнә Аҡбулатова. yuldashfm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 Светлые дали творчества Фарзаны Акбулатовой (К юбилею известного журналиста и писателя). 10 февраль 2026 тикшерелгән.
  5. Яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова. 10 февраль 2026 тикшерелгән.
  6. Фарзана Акбулатова — Пушкин навсегда — Сборник. 10 февраль 2026 тикшерелгән.
  7. В Уфе объявлены победители литературного конкурса «Голос эпохи». 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  8. Баш ҡалала яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың ижад кисәһе була. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (11 ноябрь 2015).
  9. Азат Бадранов: Идея форума писателей - перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ» (27 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  10. Писателям и поэтам Башкортостана вручили госпремии. ИА «Башинформ» (20 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  11. В Башкирии появилось 3 новых народных писателя и 1 народный поэт. Аргументы и факты. Кфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2020.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
  • Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2
  • Кейекбаева Т. Рухи ҡиблабыҙ бар (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (5 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. 2016 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.