Хафизова Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙы

Хафизова Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙы (рус. Хафизова Мархаба Динмухаметовна; 31 декабрь 1909 йыл — 13 июль 1977 йыл) — табип. 1946—1965 йылдарҙа хәҙерге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Башҡортостандың беренсе хирургы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956).

Биографияһы

Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙы Хафизова 1909 йылдың 31 декабрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Мәтәл ауылында уҡытыусы Динмөхәмәт Сәмәхужа улы ғаиләһендә тыуған[1]. Милләте башҡорт.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1925 йылда Арғаяш кантонының бер төркөм йәштәре менән бергә Өфө ҡалаһының рабфагына уҡырға бара. Артабан 1-се Мәскәү медицина институтын табип-хирург һөнәре буйынса тамамлай һәм йүнәлтеү буйынса Башҡорт АССР-ына эшкә ебәрелә. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургия бүлегендә хаҡлы ялға киткәнгә тиклем 50 йыл самаһы эшләй.

1939 йылдың аҙағында 1741-се эвакогоспиталгә табип-хирург итеп ебәрелә. Был госпиталь совет-фин һуғышы башланыу менән Өфөлә урынлашҡан.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, башта 139-сы, унан һуң 1738-се эвакогоспиталдә табип-хирург, ординатор, хирургия бүлеге мөдире була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн беренсе категориялы табип-хирург, медицина хеҙмәте капитаны Мәрхәбә Хафизова дәүләт наградалары менән билдәләнә. 1956 йылда СССР-ҙың «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Сулейманова Р. Н. Врач от бога. // Башкортостан в XX столетии. Исторические портреты / Отв. ред. Р. Н. Сулейманова. — Уфа: Гилем, 2006. — 192 с. ISBN 5-7501-0697-7