Хужа (нәҫел)
Исһаҡиҙар («ҡаратауҙар»)
Үәли Исһаҡ хужа — сәйеттәрҙең береһе, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тура ептән килгән тоҡомдарының береһе — хужаларға нигеҙ һалыусы була, уның вәкилдәре Көнсығыш Төркөстанда (Ҡаратау партияһы булараҡ нығыраҡ билдәле) Исһаҡия сәйәси партияһын төҙөй, ул 70 йылға яҡын хакимлыҡ итә һәм 1760-сы йылдар аҙағында Аҡтау партияһы башлығы, хужа Борһанетдин тарафынан юҡ ителә[1].
«Аҡтауҙар»
Хужаларҙың тоҡомон башлаусы — Мәхтүм-Ғәзәмдең өлкән улы Имам-кәлән («өлкән имам») булған. Уның яҡлылар һәм шәкерттәре Көнсығыш Төркөстанда «Аҡтау» исеме менән билдәле «Ишкия» сәйәси партияһын ойошторған. Ҡашғарҙа власта торған был партияның һуңғы вәкиле һәм башлығы Бузюрғ-Хужа — бик түбән шәхес һәм Яҡуп бәк ҡулындағы уйынсыҡ ҡына булған[2]
Шәжәрә
«Ҡужа» (хужа) нәҫеле ҡаҙаҡ «йөҙ»ҙәре (жуз) составына инмәй. Ғәҙәттә, миссионерҙарҙың нәҫеле булып һанала. Чоҡан Вәлиханов, ҡаҙаҡтар ҡайһы бер «ҡужа» ырыуҙарын "аҡ һөйәк"кә индермәй, әммә уларҙы солтандар менән бер рәттән хөрмәт итә, тип яҙған.
Сәйет тармағы
Бары тик Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомо, йәғни Хәсән менән Хөсәйендең балалары ғына сәйет һәм шәриф тип һанала ала. Сәйет — ғәрәп теленән юлбашсы, әфәнде, башлыҡ.
Әлеге ваҡытта сәйет нәҫеле, ҡужаның башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, иң ҙур төркөмдәрҙең береһе булып һанала. Бының сәбәбе — бер үк атамалы төрлө ата-бабаларҙан төрлө тоҡомдар үҙ-ара ҡушылып киткән. Сәйеттәрҙең тармаҡтары : Ҡылышты ҡужа, Сабылт ҡужа (сабулт).
Хөрәсән тармағы
Баҡсайыс тармағы
Сабылт-ҡожа тармағы
Төркпен-ҡожа тармағы
Ҡылышты-ҡожа тармағы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Хужа Әхмәт Йәсәүи
- Абах Ходжа
- Хужа Насретдин
- Сеид
- Ишандар
- Урта Азия ғәрәптәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вали-Исаак-ходжа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Имам-калян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Ходжа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Кожа // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- Муминов А. Родословное древо Мухтара Ауэзова, при участии А. Ш. Нурмановой и С. Саттарова. Алматы, 2011
- Маликов А. М. Ходжи южного Казахстана: история и идентичность // Этнографическое обозрение, № 4, 2014, с.35-45
- Ходжи Туркестана
- Ходжа (Национальная Энциклопедическая служба)
- Ходжи в генеалогической системе
- «Türkistan Seyyidler ve Şerifler derneği»
- Шежире Кожа
- Ходжи в генеалогической системе казахского народа