Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы

Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы (рус. Хайруллина Флюза Тимергазимовна; 7 февраль 1960 йыл) — журналист, педагог, йәмәғәтсе. Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда эшләп килеүсе «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бер нисә съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Биографияһы

undefined

Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы Хәйруллина 1960 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Баҡалы районы Яңы Ҡорос ауылында тыуған.

Юғары белемле: Ҡазан дәүләт университетының[2] татар журналистикаһы факультетын тамамлаған[3].

Флүзәнең ире моряк була, Советтар Союзы заманында, 1986 йылда ул ҡатыны менән Эстония диңгеҙ пароходсылығына йүнәлтмә буйынса эшкә китә. Бында Хәйруллиндарҙың ҡыҙҙары Эльвира һәм улдары Илнур тыуа. Ғаилә башлығы эше барышында хәбәрһеҙ юғалғас, тол ҡалған ҡатын балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Эльвира, Оксфорд колледжын тамамлап, университета уҡый.

Алған һөнәре буйынса эшкә урынлашырға мөмкинлек булмағанлыҡтан, Флүзә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Тиҙ арала эстон телен өйрәнә һәм русса һөйләшкән тәрбиәләнеүселәрен эстонсаға өйрәтә башлай. Артабан тырыш ханым инглиз, немец һәм ғәрәп телдәре буйынса үҙенең һөйләшеү оҫталығын камиллаштыра.

Эстония башҡалаһында беренсе татар мәктәбен ойоштороусы[3].

Флүзә баянда уйнай һәм матур итеп йырлай. Эстонияла бер генә башҡорт саралары ла унһыҙ үтмәй[4].

Уның балалары эстон телен белә. Улы Илнур ҡурайҙа уйнай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2004 йылда, башҡорт халҡының милли батыры, сирек быуат ғүмерен Эстонияның Рогервик (хәҙерге Палдиски ҡалаһында каторгала үткәргән Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, тынғыһыҙ Флүзәлә Эстонияның профессиональ йырсыларынан башҡорт телендә йырҙар йырлатыу теләге тыуа. Халҡыбыҙҙың тынғыһыҙ вәкиле эстон йырсыһы Виллу Валдмааны башҡортса йырларға күндерә һәм уны быға яҡшылап өйрәтә. Һөҙөмтәлә, эстон егете башҡорт телендәге бер нисә йырҙы ныҡлап үҙләштерә һәм, Башҡортостанға килеп, үҙебеҙҙә һирәгерәк башҡарылған халыҡ йырҙарын сәхнәнән яңғыратып, тамашасыларҙы хайран итә. Был ғына түгел, Виллу Валдмаа Флүзә Хайруллина менән Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың Фәриҙә Ҡудашева исемендәге халыҡ-ара «Дуҫлыҡ моңо» конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашып, махсус призға лайыҡ була. Флүзә Хәйруллина тәҡдиме менән Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһы үҙ сиратында эстон йырҙарын даими репертуарына индерә.

«Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы һәм уның етәксеһе Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы башланғысы менән милли батырыбыҙҙың тыуыуына 206 йыл тулыу айҡанлы Таллинда «Эстония помнит: Салават Юлаев» тигән китап нәшер ителде. Баҫмаға яугир шағирҙың бер шәлкем әҫәре индерелгән. «Уралым» шиғыры башҡортса, ә ҡалғандары эстон һәм рус телдәрендә. Ғалимдар Инга Гвоздикова менән Виктор Сидоровтың тарихи хеҙмәттәренән, «1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы», «Пугачев ихтилалы» китаптарынан өҙөктәр, Эстонияның Тарту ҡалаһы милли архивының батыр һәм уның атаһы Юлай Аҙналинға ҡағылышлы документтар күсермәләре урын алған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» драмаһы эстон һәм рус телдәрендә баҫылған. Уны эстонсаға Таллин университетының эстон филологияһы факультетында уҡыған Илнур Хәйруллин тәржемәләгән. Йыйынтыҡты шулай уҡ Эстонияла Салауат батыр рухына арнап үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙан фотоһүрәттәр биҙәгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006)[6]
• Салауат Юлаев ордены (2015)
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2024)[7]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Делегат Курултая из Эстонии: Памятник Салавату Юлаеву – наше достояние. ИА «Башинформ», 13 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 декабрь 2024)
Сегодня в далекой Эстонии празднует свой день рождения удивительный человек. Музей Салавата Юлаева|Салауат Юлаев музейы — страница в ВК. 7 февраля 2021 года  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 декабрь 2024)
Андрей БАБИН. Праздник дружбы трех народов. Эстонию в очередной раз посетили гости из Башкирии и Татарии – деятели культуры и тележурналисты. Газета «Комсомольская правда», официальный сайт. 30 апреля 2010 года  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 декабрь 2024)
Флюза ХАЙРУЛЛИНА. Сабантуй. С Маарудского стадиона доносилась татарская мелодия, приглашая всех на национальный татарский праздник Сабантуй. Газета «Молодёжь Эстонии».  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 декабрь 2024)
Флүрә СОЛТАНОВА. «Салауат күпере»н нығытыр китап. «Башҡортостан» гәзите, 11 апрель 2014 йыл  (Тикшерелеү көнө: 14 декабрь 2024)