Хәлил (Ырымбур өлкәһе)
Хәлил — Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 649 кеше. Почта индексы — 462610, ОКАТО коды — 53214840001.
Тарих
Тәүге тапҡыр 1866 йылда телгә алына[2]. 1917 йылда 16 ноябрҙа Хәлил ауылы Башҡортостан Автономиялы Республикаһының Үҫәргән кантоны составына инә[2]. 1922 йылда 5 октябрҙә ауыл Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылда 20 августа Йылайыр кантоны бөтөрөлә, уның территорияһы Хәлил ауылы менән Ырымбур губернаһы ҡарамағына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.
Хәлил урамдары
- 462610 башҡ. Хәстәхана (урамы) — рус. Больничная (улица)
- 462610 башҡ. Һыу үткәреү (урамы) — рус. Водопроводная (улица)
- 462610 башҡ. Вокзал (урамы) — рус. Вокзальная (улица)
- 462610 башҡ. Дзержинский (урамы) — рус. Дзержинского (улица)
- 462610 башҡ. Көнбайыш (урамы) — рус. Западная (улица)
- 462610 башҡ. Кооператив (урамы) — рус. Кооперативная (улица)
- 462610 башҡ. Ленин (урамы) — рус. Ленина (улица)
- 462610 башҡ. Магнезит (урамы) — рус. Магнезитовая (улица)
- 462610 башҡ. Тау буйы (урамы) — рус. Нагорная (улица)
- 462610 башҡ. Яңы төҙөлөш (урамы) — рус. Новостройка (улица)
- 462610 башҡ. Йырын (урамы) — рус. Овражная (улица)
- 462610 башҡ. Пролетарий (урамы) — рус. Пролетарская (улица)
Географик урыны
- Өлкә үҙәгенә тиклем (Ырымбур ҡалаһы): 271 км
- Район үҙәгенә тиклем (Гай ҡалаһы): 40 км
- Иң яҡындағы ауыл (Яңы Воронеж): 2 км
Билдәле шәхестәре
- Суздальцев Виктор Иванович (20 ғинуар 1940 йыл) — рәссам. Башҡортостан Республикаһының (2001) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) атҡаҙанған рәссамы. Рәссемдар союз ағзаһы (1989)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Архивировано 26 сентябрь 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/12914-suzdaltsev-viktor-ivanovich 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Хәлил 2017 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.
- РОДОПЛЕМЕННАЯ ЭТНОНИМИЯ И ЕЕ ЗНАЧЕНИЕ В ИЗУЧЕНИИ ЭТНИЧЕСКОЙ ИСТОРИИ БАШКИР (НА ПРИМЕРЕ ВОСТОЧНОГО ОРЕНБУРЖЬЯ) 2019 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.