Шадрин Алексей Иванович

Шадрин Алексей Иванович (2 апрель 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, спортсы, тренер, спорт судьяһы. 1975—2009 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә, отставкалағы полковник. 1999—2001 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры. Биатлон буйынса Бөтә Рәсәй категорияһындағы судья (2017). Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (1996). Дуҫлыҡ (1998) һәм Почёт (2003) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Алексей Иванович Шадрин 1954 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Кандаковка ауылында тыуған[1].

1974 йылда Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһындағы тау-керамика техникумын, 1978 йылда Мәскәү өлкә дәүләт физик культура институтын, 1983 йылда РСФСР-ҙың Юғары Советы исемендәге Мәскәү дөйөм ғәскәр команда училищеһын тамамлаған.

1975—2009 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә: шул иҫәптән 1979 йылдан Мәскәү хәрби округының саңғы спорты буйынса өлкән тренеры, 1989 йылдан ЦСКА клубының саңғы буйынса командаһы тренеры, СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең биатлон буйынса йыйылма командаларының өлкән тренеры, 1993 йылдан — ЦСКА командаһының баш тренеры, 1996 йылдан Рәсәй Оборона министрлығының спорт комитеты 2-се бүлегенең өлкән офицеры, 1997 йылдан ЦСКА клубының саңғы буйынса командаһының баш тренеры, 1999—2001 йылдарҙа Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһының баш тренеры[1].

2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы бойороғо менән Алексей Шадринға «Биатлон буйынса Бөтә Рәсәй категорияһындағы судья» квалификация категорияһы бирелә[2].

Армия саңғысылары һәм биотлонсыларын әҙерләүгә һәм уларҙың 17-се (1994 йыл, Лиллехаммер, Норвегия), 18-се (1998 йыл, Нагано, Япония) һәм 19-сы (2002 йыл, Солт-Лейк-Сити, АҠШ) Ҡышҡы Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһауҙарына ҙур өлөш индерә.

Олимпия уйындары һәм донъяның күп тапҡыр чепиондары Любовь Егорова һәм Лариса Лазутина, Олимпия уйындары һәм донъя чепиондары Елена Вяльбе, Светлана Ишморатова, Галина Куклева, Ольга Пылёва, Надежда Таланова, Сергей Тарасов һәм башҡалар Алексей Иванович Шадрин етәкселегендә күнекмәләр үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (1996)
  • Дуҫлыҡ ордены (1998)
  • Почёт ордены (2003)
  • Дүрт миҙал
  • «Рәсәйҙә олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2000)
  • Саңғыла 20 километрға йүгереүҙә РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1974),
  • СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемпионаттарының бер нисә тапҡыр чемпионы һәм призеры.