Шишков Михаил Фёдорович

Михаил Фёдорович Шишков (1921 йылдың 17 октябре, Кәлтә2015 йылдың 5 сентябре, Николаев) — хәрби хеҙмәткәр, [1], СССР Ҡораллы Көстәре полковнигы (1954), Украина Һауа көстәре генерал-майоры (2001)[2]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының мина-торпедо авиацияһы лётчигы. Советтар Союзы Геройы (1944). СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы (1966).

Биографияһы

Шишков Михаил Фёдорович 1921 йылдың 17 октябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Кәлтә ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

Мәктәптең 7 класын тамамлай. 1940 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1941 йылда Энгельс ҡалаһында хәрби авиация училищеһын тамамлай. 1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Балтик флоты Хәрби һауа көстәре 8-се мина-торпеда авиацияһы дивизияһы 1-се гвардия мина-торпеда авиацияһы полкының звено командиры. 1944 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы[3].

Гвардия лейтенанты М. Ф. Шишков 1944 йылдың сентябренә 75 хәрби осош яһай. Дошмандың дөйөм ауырлығы 35 мең тонна тәшкил иткән 6 транспортын һәм танкерҙарын торпедалай һәм батыра[3].

1944 йылдың 5 ноябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Һуғыштан һуң авиация флотында хеҙмәтен дауам итә.

1957 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-Диңгеҙ академияһының авиация факультетын тамамлай. 1975 йылға тиклем Хәрби-Диңгеҙ Флоты авиацияһында хеҙмәт итә. «СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы» маҡтаулы исемен ала.

Шишков Михаил Фёдорович 1975 йылдан — запаста.

1968 йылдан Украинаның Николаев ҡалаһында йәшәй. 2015 йылда вафат була[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Михаил Фёдорович Шишковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль (рус.)баш. районының Кәлтә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[6];
  • Тыуған ауылында һәм Иглин районының Иглин ауылында Геройға һәйкәлдәр, Николаев ҡалаһында ул йәшәгән йортҡа, Кәлтә урта һәм Өфө ҡалаһының 19-сы мәктәптәре биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған[2].

Иҫкәрмәләр

  1. осоусы
  2. 1 2 3 4 Ғ. Һ. Булатов. http://bashenc.online/ba/articles/95774/ (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (баш.)
  3. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Шишков Михаил Фёдорович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
  4. Шишков Михаил Фёдорович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  5. Указ Президента України № 240/2015 «Про відзначення державними нагородами України ветеранів та громадських активістів Миколаївської області» (укр.)(укр.).
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Буров А. В. Твои герои, Ленинград. 2-е изд., доп. — Л., 1970. — с. 609.
  • Бакке И. Путевку в небо дал аэроклуб: именно в Уфе сформировался характер Героя Советского Союза Михаила Шишкова. Республика Башкортостан. — 2009. — № 224.

Һылтанмалар