Шумейко Григорий Григорьевич
Григорий Григорьевич Шумейко (1923 йылдың 12 декабре, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы — 1977 йылдың 1 майы, Киев) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Шумейко Григорий Григорьевич 1923 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған[1].
Краснодар крайының Гулькевич районы Кубань ауылында урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай.
1941 йылдың октябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһысафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ноябренән. Тәүҙә автомобиль водителе (рус.)баш. булып хеҙмәт итә[2]. 1944 йылда Сталинград хәрби танк училищеһын тамамлай.
1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1-се Белорус фронты 2-се гвардия танк армияһы 9-сы гвардия танк корпусының 50-се гвардия танк бригадаһының взвод командиры гвардия лейтенанты Григорий Шумейко Польшаны азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 18 ғинуарында Плоцк ҡалаһы районында уның етәкселегендә биш танкынан торған төркөм дошман тылына разведкаға (рус.)баш. һәм Висла йылғаһы аша кисеүҙе алырға ебәрелә. Ут эсендә ҡалып, танкистар түңәрәкләп оборона тота һәм ике көн буйы һуғыша, дошмандың танкыға ҡаршы өс батареяһын юҡ итә, һуңынан үҙҙәрпнең эштән сыҡҡан машиналарын ҡалдырып, ҡамауҙан сыға[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге Указына ярашлы, командованиеның (рус.)баш. заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Григорий Григорьевич Шумейкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].
Һуғыштан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылда Ленинградта Офицерҙарҙың юғары бронетанк мәктәбен, 1966 йылда — М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. 1966 йылда гвардия полковнигы Г. Г. Шумейко Киев юғары танк инженер училищеһының факультет һәм кафедра етәксеһе итеп тәғәйенләнә[1]. Украина ССР-ының баш ҡалаһы Киевта йәшәй[3].
Григорий Григорьевич Шумейко вафат 1977 йылдың 1 майында вафат була. Киевтың Лукьянов хәрби зыяратында ерләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945 йыл 27 февраль)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 5925
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944 йыл 21 февраль)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
- миҙалдар
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Григорий Григорьевич Шумейконың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «19-сы дөйөм белем биреү мәктәбе» автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Краснодар крайының Кубань ауылындағы 22-се мәктәпкә Герой исеме бирелгән, мәктәп алдына уның бюсы ҡуйылған[6];
- Краснодар крайы Гулькевичи ҡалаһының Хәтер аллеяһында Геройҙың бюсы ҡуйылған[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Г. Каримова. Шумейко Григорий Григорьевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Мы их помним. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 28 март 2020 года.
- ↑ 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Шумейко Григорий Григорьевич. Патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ МБОУ СОШ № 22 имени Героя Советского Союза Г. Г. Шумейко пос. Кубань муниципального образования Гулькевичский район. Официальный сайт СОШ № 22. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Татьяна Колбышева. Аллея памяти в Гулькевичском районе Краснодарского края. Домик под липами. Женский дневник о жизни в селе, саморазвитии и творчестве (10 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Шумейко Григорий Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Шумейко Григорий Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Шумейко Григорий Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Шумейко Григорий Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой Славы. Официальный сайт. Шумейко Григорий Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой Славы. Официальный сайт. Шумейко Григорий Григорьевич. 100 лет со дня рождения Героя (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Муниципальное образование Гулькевичский район Краснодарского края. Официальный сайт. Район должен знать своих героев. Григорий Григорьевич Шумейко (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2026)
- «Гулькевичи». Информационный портал Гулькевичского района Краснодарского края. 12 декабря исполнилось 100 лет со дня рождения Героя Советского Союза Григория Григорьевича Шумейко (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- ИА Башинформ, 12 декабря 2008 года. Сегодня - 85 лет со дня рождения Героя Советского Союза Григория Шумейко (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)