Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы
Биографияһы
Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы 1883 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Ҡораласыҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) тыуған. Милләте буйынса — башҡорт.
Башланғыс белем ала. Мулла булып хеҙмәт итә. 1931 йылдың 26 мартында репрессияға дусар ителә һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә[1].
1920‑се йылдарҙан алыпБашҡорт АССР-ының Бөрө кантонында йәшәй, Башҡорт АССР-ы Илеш районы колхозында эшләй.
1959 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы 5-6-сы участка ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Ибраһим ауылы) вафат була. 1989 йылдың 6 майында аҡлана.
Ижади эшмәкәрлеге
Сәсән үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡ араһында аң-белем таратыуҙы пропагандалаусы ролендә сығыш яһай. Шәйҙулла Шәрифуллин буйынса, мәҙәниәтле кешегә сәнғәткә, шул иҫәптән сәсән сәнғәтенә хөрмәтле мөнәсәбәт хас булырға тейеш[2].
Уның «Сәсән» һәм «Милли музыка» шиғырҙары башҡорт милли рухы менән һуғарылған, ә «Эш һәм намыҫ» һәм «Трактористар йыры» шиғырҙары кеше хеҙмәтен данлай. 1953 йылда А. И. Харисов Шәйҙулла-сәсәндән яҙып алған әҫәрҙәр «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелгән. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге ғилми архивында һаҡлана[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шарифуллин Шайдулла // Книга памяти Республики Башкортостан.
- ↑ Сулейманов А. М. Башкирские сэсэны // Ватандаш : журнал. — 2012. — № 10. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Галин С. А. Шарифуллин Шайдулла Шарифуллович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
- Галин С. Ә. Шәйҙулла сәсән. // Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. Өфө, 2009.
Һылтанмалар
- Галин С. А. Шарифуллин Шайдулла Шарифуллович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.