Шәрипов Рәмил Илсур улы

Рәмил Илсур улы Шәрипов (рус. Рамиль Ильсурович Шарипов; 1987 йылдың 9 июле, Серафимовка, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй инженеры, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһындағы «БАСЭТ» фәнни-етештереү предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2025).

Биографияһы

Шәрипов Рәмил Илсур улы 1987 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Туймазы районы Серафимовка ҡасабаһында тыуған[1].

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт авиация техник университетында (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) юғары һөнәри белем ала (2009)[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Октябрьский ҡалаһындағы «БАСЭТ» фәнни-етештереү предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә инженер-конструктор булып башлай. Артабан шунда уҡ тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм инновациялар буйынса бүлек начальнигы булып эшләй. 2017—2021 йылдарҙа — предприятие директорының коммерция (рус.)баш. мәсьәләләре буйынса урынбаҫары була[2].

2021 йылдан — «БАСЭТ» фәнни-етештереү предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[1]. Генераль директорҙар рейтингында Башҡортостан Республикаһы буйынса «Машиналар эшләү» йүнәлешендә 2024 йылдың 6 ноябренә ҡарата 6-сы урында була, 2026 йылдың 2 апреленә — 3-сө урында[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты (2023). ЛДПР сәйәси партияһының — Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы фракцияһы ағзаһы[1]. Парламенттың Сәнәғәт, инновацион (рус.)баш. үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет ағзаһы[4].
  • «Иңгә-иң терәшеп» хәйриә фонды ағзаһы. Бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция үткәреү зонаһында була, беҙҙең яугирҙарға әүҙем ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ уның ярҙамы менән Волгоградта самбо буйынса беренсе төбәк-ара турнир үткәрелә, ул ЛДПР-ға нигеҙ һалыусы Владимир Вольфович Жириновский иҫтәлегенә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм самбоның 85 йыллығына арнала[5].

Ғаиләһе

Өйләнгән, тормош иптәше менән өс ҡыҙ тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2025)[5].
  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының И. Б. Твердышев исемендәге миҙалы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Шарипов Рамиль Ильсурович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 Региональные депутаты. Шарипов Рамиль Ильсурович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
  3. Объективный рейтинг руководителей России. Шарипов Рамиль Ильсурович. Сайт «Актион» (2 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
  4. Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Шарипов Рамиль Ильсурович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
  5. 1 2 Алла Волкова. Депутат ЛДПР стал заслуженным машиностроителем Башкирии. Сайт «Аргументы и факты» ufa.aif.ru (4 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)