Мусин Эмиль Марат улы

Эмиль Марат улы Мусин (рус. Эмиль Маратович Мусин; 1968 йылдың 2 марты, Шәһрисәбез, Үзбәк Совет Социалистик Республикаһы) — журналист. 2001 йылдан Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Биографияһы

Мусин Эмиль Марат улы 1968 йылдың 2 мартында Үзбәк ССР-ының Ҡашҡадаръя өлкәһе Шәһрисәбез ҡалаһында тыуған[1].

1992 йылда «Филолог. Журналист» һөнәрҙәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Краснокама районында нәшер ителгән «Земляки» журналында социаль тормош бүлеге хәбәрсеһе булып башлай. Артабан Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһының берләштерелгән ижтимағи-сәйәси гәзите «Белебеевские известия»ла ижтимағи-сәйәси бүлек хәбәрсеһе була.

1994 йылда Бәләбәйҙә муниципаль телекомпания ойоштора һәм уның менән 1997 йылға тиклем етәкселек итә.

Дүрт йыл (1997—2001) Бәләбәй гимназияһында тарих уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзитенә саҡырыла һәм бөгөн дө шунда эшләй, иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе, иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса күҙәтеүсе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡаҙаныштары

  • 2014 йылғы II «Медиапрофи» республика журналистар премияһы «Иң яҡшы интервью» номинацияһында 3-сө урын («Быстрый сбыт – это качество и ответственность» материалы өсөн)[3].
  • Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә муниципаль райондар, ойошмалар һәм хеҙмәткәрҙәр араһындағы 2018 йылғы ярыштың «Һөнәре буйынса иң яҡшылар» номинацияһында еңеү (диплом һәм 28.736 һум күләмендә аҡсалата премия)[4].
  • 2019 йылда гәзиттә баҫылған материалдары менән республика конкурсында ҡатнашып, «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында 3-сө урын[5].
  • 2025 йылғы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсы менән бәйле «Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында сифат мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға» республика конкурсының «Гәзит һәм журнал публикациялары» номинацияһында 1-се урын[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Мусин Эмиль Марат улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025.
  2. Лауреаты премии им.Ш.Худайбердина 2011 года. Коллектив журналистов ГУП РБ РИК «Туймазинский вестник» (Ильясова Венера Джумаевна - корреспондент, Мусин Эмиль Маратович - корреспондент, Латыпова Ляля Ришатовна - редактор отдела социальной жизни газеты, Шильников Алексей Борисович – внештатный корреспондент). Кугарчинская ЦРМБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
  3. «МЕДИАПРОФИ» определила лучших журналистов. BezFormata Уфа (5 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
  4. Правительство Республики Башкортостан. Постановление от 17 октября 2018 года N 500 «Об итогах соревнования между муниципальными районами, организациями и работниками в сфере агропромышленного комплекса Республики Башкортостан». Лучшие по профессии: Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов (17 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
  5. 12 января 2020 года. В Уфе в честь Дня российской печати наградили лучших журналистов. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
  6. Дарья Субботина. «Башинформ» одержал победу в конкурсе СМИ в области качества. В номинации «Газетные и журнальные публикации» I место у Эмиля Мусина («Туймазинский вестник»). ИА «Башинформ» (12 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)