Ямалетдинов Вәсил Камил улы

Вәсил Камил улы Ямалетдинов (рус. Ямалетдинов Василь Камилович; 1998 йылдың 20 феврале, Башҡорт Илсекәйе ауылы, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, Көнсығыш хәрби округының 5-се дөйөм ғәскәр армияһы 60-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһы мотоуҡсылар батальоны ротаһы командиры, капитан. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2026).

Биографияһы

Вәсил Ямалетдинов Башҡортостан Республикаһының Салауат районында тыуған[1]. 2014 йылда Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ сәнәғәт-технологик колледжына уҡырға инә. 2018 йылда уҡыу йортон тамамлағас рядовой званиеһында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк үк Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Хеҙмәт иткән осорҙа ул өс тапҡыр ҡаты яралана, әммә һәр һауыҡҡандан һуң хәрби сафҡа яңынан баҫа.

2024 йылда кесе лейтенант офицер званиеһы бирелә.

Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында. Рәсәй президенты Владимир Путин Һәм Рәсәй геройы Вәсил Ямалетдинов (2026 йылдың 23 феврале)

2025 йылдың декабрендә өлкән лейтенант Ямалетдинов етәкселегендәге рота Рәсәй һөжүме ваҡытында Запорожье өлкәһенең Гуляйполе (рус.)баш. ҡалаһына тәүгеләрҙән булып инә.

2026 йылдың 9 февралендә сираттағы капитан хәрби званиеһы бирелә.

2026 йылдың 23 февралендә «Алтын йондоҙ» наградаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам тантанаһында тапшырҙы[2].

Офицерҙың грамоталы һәм ҡыйыу эштәре, шәхси батырлығы һәм тәүәккәллеге фронттың иң көсөргәнешле участкаларында һөжүм итеү операцияларын ентекле планлаштырырға һәм уңышлы башҡарырға ярҙам итте,

— тип билдәләне уның батырлығын Рәсәй Президенты[3].

Шәхси тормошо

Вәсимдең өлкән ағаһы — Икенсе Чечен һуғышы ветераны, отставкалағы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре Данил Ямалетдинов[4].

Наградалары

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2026) – хәрби хәрәкәттәрҙә, шул иҫәптән Гуляйполя ҡалаһын азат иткәндә күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән юғары исемгә лайыҡ булды[3].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

  1. Выпускник Усть-Катавского техникума получил звание Героя России. Усть-Катавская неделя (23 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
  2. В Кремле вручены государственные награды. Зал национальной Трудовой славы (23 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
  3. 1 2 Капитан из Башкортостана Василь Ямалетдинов удостоен звания Героя России. Герои Отечества. Общественный проект Приволжского федерального округа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
  4. Владимир Путин вручил звезду Героя выпускнику техникума из Усть-Катава. Первое областное информагенство. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.