Ғабдрахман әл-Әүзағи

Әбү Ғәмер Ғабдрахман ибн Ғәмер әл-Әүзағи (ғәр. أبو عمرو عبد الرحمن بن عمرو الأوزاعي‎; рус. Абу́ А́мр Абдуррахма́н ибн Амр аль-Ауза́и;704, Баальбек, Өмәүиҙәр хәлифәлеге — 774, Бәйрүт, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге) — ислам дин ғалимы, тәбиғиндәрҙең шәкерттәре быуынынан сыҡҡан фаҡиһ һәм Шамдағы бөтә замандарҙан иң абруйлы дин белгестәренең береһе. Әүзағи мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы һәм уның эпонимы.

Биографияһы

Әл-Әүзағиҙың дини мираҫы мосолман хоҡуҡтары буйынса хеҙмәттәрҙә киң яҡтыртыла. Заманында ғалимдың ҡараштары үҙ аллы мәҙһәб барлыҡҡа килтергән[3], шәкерттәре Шамда һәм Андалусияла булған. Шамда һәм Төньяҡ Африкала мәлики мәҙһәб таралғанға тиклем әл-Әүзағи мәҙһәбе иң өҫтөнлөклө булған. Һуңынан был мәҙһәб юғала, ләкин уның фекере бөгөн дә дүрт сөнни имамдың фекере менән бер рәттән ҡарала. Ғүмеренең аҙағында әл-Әүзағи Бәйрүткә күсеп китә, унда уға ҡаҙый вазифаһы тәҡдим ителә. Ләкин ул баш тарта һәм, ғүмеренең аҙағына тиклем, дин тәғлимәтен уҡытыуын дауам иткән.

Вафаты

Әбү Ғәмер әл-Әүзағи Бейрутта 774 йылда сәфәр айында вафат була. Ғалимды ерләүгә бик күп кеше йыйыла. Ғүмер буйы кешеләргә мәрхәмәт күрәткән ғалимға рәхмәт йөҙөнән һуңғы юлға оҙатырға Бәйрүттең дүрт йәмәғәте лә: мосолмандар, христиандар, йәһүдиҙәр һәм копттар сыға[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ʿAbd al-Raḥmān al-Awzāʿī // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  2. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #119129345 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  3. Ан-Навави, Мухйиддин ибн Шараф. Тахзиб ал-асма ва-л-луга. Т. 1. С. 298.
  4. Ибн Асакир. Тарих Димашк. Т. 35. С. 228.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә