Ғарипова Динә Фәһим ҡыҙы
Динә Фәһим ҡыҙы Ғарипова (татар. Динә Фәһим кызы Гарипова, 25 март 1991 йыл, Зеленодольск, Татар ССР, РСФСР, СССР) — Рәсәй йырсыһы, 2012 йылда "Беренсе канал"да «Голос» телешоуы еңеүсеһе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[1][2]. «Евровидение—2013» музыкаль конкурсы финалсыһы, бишенсе урын ала[3]. Динәнең эш диапазоны — 2,4 октава (кесе октавалағы «ми»ҙан икенсе октавала «ля»ға тиклем)[4], тауышының тибы меццо-сопраноға яҡын.
Биографияһы
Динә Ғарипова 1991 йылдың 25 мартында Татар ССР-ының Зеленодольск ҡалаһында медиктар ғаиләһендә тыуа. Атаһы Фәһим Мөхәмәт улы менән әсәһе Әлфиә Ғәзизйән ҡыҙы — медицина фәндәре кандидаттары.
Алты йәшенән Динә «Алтын микрофон» йыр театрында вокал менән шөғөлләнә (Зеленодольск ҡалаһы, вокал буйынса педагог — Елена Антонова[5]). Ҡаҙан федераль университетын тамамлай[6]. «Алтын микрофон» йыр театры мәктәбен тамамлағас, Татарстандың халыҡ артисы Ғәбделфат Сафин менән гастролдә йөрөй.
1999 йылда — «Жар-птица» Бөтә Рәсәй конкурсында (Иваново ҡалаһы) I дәрәжә лауреат, 2001 йылда «Созвездие-Йолдызлык» республика фестиваленең I дәрәжә лауреаты була, бынан һуң Динәне төрлө концерттарға һәм сараларға сығыш яһарға саҡыра башлайҙар. 2005 йылда Тарту ҡалаһында (Эстония) халыҡ-ара конкурс лауреаты була. 2008 йылда Динә «Алтын микрофон» театры менән Францияла халыҡ-ара конкурста сығыш яһай, уларҙың мюзиклы гран-при яулай.
2009 йылдан алып Роман Оболенскийҙың продюсерлыҡ студияһы менән эшләй, уның менән хеҙмәттәшлектә 2010 һәм 2012 йылдарҙа Зеленодольскиҙа соло концерттары үтә. 2010 йыл башында үҙ музыка коллективы менән «Ҡышҡы эстрада» ҡала конкурсында дебюты була, конкурста гран-при яулана.
Дина Ғарипованың репертуарында рус, татар, инглиз, итальян һәм француз телдәрендәге йырҙар бар. Ижадының төп йүнәлеше — эстрада, шулай уҡ рок стилендә лә үҙен һынай[7].
«Голос» телешоуында ҡатнашыу
2012 йылдың 29 декабрендә, финалда Эльмира Кәлимуллинаны үтеп, Динә Ғарипова "Беренсе канал"да «Голос» телешоуында еңә (Александр Градский командаһында сығыш яһай), 1,7 миллионлап шылтыратыуҙан һәм SMS-хәбәрҙәрҙән телетамашасыларҙың 54,1 проценты (927 282 кеше) уның өсөн тауыш бирә[8]. Шоу еңеүсеһе булараҡ, йырсы «Юниверсал» тауыш яҙҙырыу студияһы менән ике йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[9]. Журналистар уны «рус Аделе»[10] һәм Сьюзан Бойл традицияларын дауам итеүсе тип һанай[11][12].
2012 йылдың 30 декабрендә Татарстан президенты указы менән Динә Ғариповаға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән почетлы исем бирелә.
«Евровидение—2013» конкурсында ҡатнашыу
2013 йылдың 19 февралендә Рәсәйҙән «Евровидение—2013» йыр конкурсында Динә Ғарипова «What If» тигән йыр менән ҡатнашасағы билдәле була, йыр швед продюсерҙары Габриэль Аларес һәм Йоаким Бьорнберг тарафынан «Автограф» төркөмөнөң элекке бас-гитарасыһы Леонид Гуткин ҡатнашлығында яҙыла.
2013 йылдың 14 майында Динә конкурстың финалына үтә. Уның «What If» (рус. Что, если?) тигән йыры 156 балл (2-се урын) ала, был уға абруйлы конкурстың финалсыһы булырға мөмкинлек бирә.
2013 йылдың 18 майында «Евровидение—2013» конкурсының финалында Динә Ғарипова 174 мәрәй менән 5-се урынды ала.
2013 йылдан — хәҙерге ваҡытҡаса
2013 йылдың көҙөндә Динәнең тауышын «Нотр-дам де Пари» мюзиклының йондоҙо һәм «Голос» телепроектының француз версияһы кәңәшсе-тәрбиәсеһе, француз-канад йырсыһы Гару (Garou) юғары баһалай. 2014 йылдың февралендә Гару менән Динә Ғарипованың «Du Vent Des Mots» (рус. Слова на ветер)[13] тигән дуэт композицияһы сыға.
2013—2014 йылдың көҙөндә һәм ҡышында Рәсәй ҡалалары буйлап йырсының беренсе ҙур гастроль туры үтә, ул Мәскәүҙә «Крокус Сити Холл» залы һәм Санкт-Петербургта Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә тамамлана.
2014 йылдың 30 октябрендә "Крокус Сити Холл"дағы икенсе ҙур концертында Динә тамашасыны «Два шага до любви» тигән дебют альбомы менән таныштыра.
2015 йылдың февралендә Динә Ғарипова Александр Градскийҙың Музыкаль театры актрисаһы булып китә[14], шул уҡ йылдың мартында һәм апрелендә йырсының Рәсәй буйлап өсөнсө гастроль туры үтә.
Шәхси тормошо
Фильмография
Дискография
Студия альбомдары
| Атамаһы | Сыҡҡан йылы | Лейбл |
|---|---|---|
| Два шага до любви | 2014 | Universal Music Russia |
Синглдары
| Йыл | Атамаһы |
|---|---|
| 2013 | What If |
| 2015 | Россия |
| 2016 | Куңел |
| 2016 | Ты для меня |
| 2017 | Пятый элемент |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- 1999 — «Жар-птица» Бөтә Рәсәй конкурсының I дәрәжә лауреаты (Иваново).
- 2001 — «Созвездие-Йолдызлык» республика фестиваленең I дәрәжә лауреаты (Татарстан)
- 2005 — Халыҡ-ара конкурс лауреаты (Тарту, Эстония)
- 2008 — Францияла Халыҡ-ара конкурс гран-прийы
- 2009 — Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев премияһы номинанты, Мәскәү, «Прорыв» форумы
- 2012 — «Голос» шоуы еңеүсеһе, «Беренсе канал».
- 2012 — «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме.
- 2013 — «Евровидение—2013» халыҡ-ара конкурсында 5-се урын.
- 2014 — Рәсәй Муниципаль Академияһының премияһы[18].
Мауығыуҙары
- Динә шиғыр яҙа[19].
- Рок ярата, Nirvana төркөмө репертуарынан йырҙар башҡара[20].
- Яратҡан яҙыусылары — Ричард Бах, Габриэль Гарсиа Маркес.
- Яратҡан фильмы — «Мулен Руж»[21].
- Динә өсөн Уитни Хьюстон башҡарыу өлгөһө булып тора[22]. Артистка Джош Гробан йырҙарын тыңларға ярата, Мәскәүҙә уның концертында ҡатнашып, бер нисә композицияһын башҡара[23][24].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тимур Алимов. Финалистки "Голоса" стали заслуженными артистками. Российская газета (30 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2012.
- ↑ Указ Президента Республики Татарстан № УП-1143 от 30 декабря 2012 года. rt-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2013-1-10. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 10 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Дания стала победителем «Евровидения», Гарипова — пятая // runews24.ru
- ↑ Вокальный диапазон Дины // youtube.com
- ↑ Кто станет «Голосом» России? // chelny-izvest.ru
- ↑ Дина Гарипова: мой секрет на самом деле прост. ekskluziv-smi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2015.
- ↑ Дина Гарипова. Городской портал "Зеленодольск.RU" (28 февраль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
- ↑ Финал. Первый канал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2012 йылдың 31 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Галина Филоненко. Дина Гарипова из Татарстана победила в шоу "Голос". Первый канал (30 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
- ↑ Ирина Николаева. Голосом России стала Дина Гарипова. Интерновости (30 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 6 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Лучшим голосом России стала "Сьюзан Бойл" из Татарстана. Росбалт (1 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
- ↑ Александр Алексеев. Дина Гарипова стала лучшим "голосом". Российская газета (30 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2013.
- ↑ Дина Гарипова примет участие в концертах Гару в Москве и Петербурге. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2016.
- ↑ Победительница шоу «Голос» Дина Гарипова стала актрисой Музыкального театра Александра Градского. chelny-izvest.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2015.
- ↑ hellomagazine. Дина Гарипова вышла замуж. Blognews.am (4 август 2015).
- ↑ Дина Гарипова озвучила рыбку в голливудском мультфильме «Риф». www.aif.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2016.
- ↑ Дина Гарипова озвучит Принцессу в новой версии «Бременских музыкантов». www.kazan.aif.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2016.
- ↑ Дину Гарипову наградили за воспитание молодежи - 7Дней.ру. 7Дней.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2016.
- ↑ Дина Гарипова: "Люди выбирают то, что их удивляет". РЕН ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2016.
- ↑ Нежурналист Дина Гарипова — Публикации — Первый канал 2014 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Онлайн-интервью Дины Гариповой на сайте Первого Канала 2012 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Евгения Коробкова. Победительница шоу "Голос" Дина Гарипова: Неужели это все правда и не сон. Вечерняя Москва (30 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Конференция с Диной Гариповой на сайте Первого Канала 2013 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Дина Гарипова: «Когда нам сообщили о присвоении званий заслуженных артисток, мы подумали, что это розыгрыш» 2013 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Официальный сайт Дины Гариповой
- Официальная страница Дины Гариповой в социальной сети Facebook
- Официальная группа Дины Гариповой на сайте ВКонтакте
- Официальный канал Дины Гариповой на YouTube
- Официальный аккаунт Дины Гариповой в Instagram
- Официальный аккаунт Дины Гариповой в Periscope
- Дина Гарипова на SoundCloud
- Ҡалып:ТвиттерТвиттерҠалып:Твиттер
- Профиль Дины Гариповой на официальном сайте Евровидения
- YouTube сайтында Видео с официального сайта Евровидение
- В студии программы «Сегодня вечером» — обладательница титула «Лучший голос России» Дина Гарипова и другие участники беспрецедентного проекта «Голос» 2013 йылдың 7 ғинуар көнөндә архивланған.
- Дина Гарипова: «Моя жизнь в корне изменилась!»
- Дина Гарипова: «Когда я начала петь, то поняла, что хочу связать с этим свою жизнь!»