Ғисмәт

Ғисмәт йәки Ғисмә, Исмәт (ғәр. عِصْمَة‎ ; тура мәғәнәлә, «ҡурсылғанлыҡ») — Шиғый исламда айырата иғтибар ителгән саф күңеллелек, гөнаһтан йәки әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсылғанлыҡ. Шиғый теологияһында ғисмәт пәйғәмбәрҙәргә, имамдарға һәм фәрештәләргә хас[1].

Тасуирламаһы

Кешеләргә ғисмәт баһаһы биргәндә, « эшләргә мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, гонаһҡа бирелмәү» тигән сифатты күҙҙә тоталар[1]. Тән һәм йән сәләмәтлеге менән бер рәттән, дошмандарға бирешмәүсәнлеге һәм тыныслығы (әс-Сәкинә) менән бер рәттән, ғисмәт Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи мәрхәмәт булып тора.[2][3].

Мәғсүм (хаталарҙан саф) кеше (ғәр. معصوم‎) — пәйғәмбәрҙәр илаһи динде һаҡлау һәм үҫтереү, Ҡөрьәнде аңлатыу һәм сәләмәт социаль система булдырыу буйынса үҙ миссияһын үтәү өсөн бөтә хаталарҙан һәм гонаһтарҙан һаҡланырға тейеш.

Шиғый-ун икеселәр, ун дүрт мәғсүм (ғәр. معصومون‎) инаныстары буйынса «Аллаһ тарафынан хата-кәмселектәрҙән азат итеп яралтылғандар» иҫәбенә Мөхәммәт Пәйғәмбәр, шулай уҡ ҡыҙы Фатима[4], исмәғилиҙәр, ун ике имам, зәйдиҙәр инә[5].

Этимологияһы

Эдвард Лейнға ярашлы, «ғисмәт» һүҙенең тамыры — «ғәсәмә» (ғәр. عَصَمَ‎) һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни, ҡурсыулы, һаҡлаулы[3]. А. Дж. Венсинк фекеренсә, «камиллыҡ» тигәнде аңлата, Уильям М. Миллер тарафынан «тел тейҙермәҫлек», ә В. Иванов буйынса «гонаһҡа бирешмәүсәнлек» тип тәржемә ителә[3]

Дүртенсе шиғый имам Зәйн әл-Ғәбидин ғисмәтте «Ҡөрьәнгә ныҡлы тотонорға мөмкинлек биргән сифат» тип ҡарай. Әл-Ғәбидин Ҡөрьән менән Ун дүрт мәғсүм Ҡиәмәт көнөнә тиклем бер-береһенән айырылмай, һәм уларҙың һәр береһе икенсеһен тормошҡа ашыра, тип әйтә. Үҙ һүҙҙәрен раҫлау өсөн Ҡөрьән 17: 9 аятын килтерә[6].

« Ысынлап та, был Ҡөрьән тура булған юлға күндерә, һәм изгелек ҡылыусы иман килтергән кешеләрҙе бөйөк әжер менән һөйөнсөләй
»

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Имамилыҡ
  • Камиллыҡ
  • Пәйғәмбәрлек (шиғи ислам)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 al-Shaykh al-Saduq 1982, pp. 151–152
  2. Nasr, Dabashi & Nasr 1989, p. 99
  3. 1 2 3 al-Shaykh al-Saduq 1982, p. 151
  4. Dabashi 2006, p. 463
  5. Robinson 1982, p. 47
  6. Donaldson 1933, pp. 323, 324

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар