Ғисмәт (мәғәнәләр)

Ғисмәт — башҡорт ир-ат исеме. Шулай уҡ татар халҡында ла осрай

Этимологияһы

Ғисмәт исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, гонаһһыҙ, саф тигән мәғәнәгә эйә[1].

Ғисмәт — Шиғый исламда айырата иғтибар ителгән саф күңеллелек, гөнаһтан йәки әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсылғанлыҡ. Шиғый теологияһында ғисмәт пәйғәмбәрҙәргә, имамдарға һәм фәрештәләргә хас сифат[2].

Исемдә

Ғисмәтулла Кинйәкәев — хәрби эшмәкәр, йорт старшинаһы. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.Ырымбур губернаһы Ҡаңлы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Бүздәк ауылында йәшәгән һәм зауряд-хорунжий булып хеҙмәт иткән.

Фамилияла һәм атаһының исемендә

Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы (14 март 1883 йыл — 10 июнь 1938 йыл) — ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан халыҡ мәғәрифы комиссары, Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Ғисмәтуллина Хәнифә (XIX быуаттың икенсе яртыһы, Томск — XX быуаттың беренсе яртыһы) — уҡытыусы, педагогика теоретигы, мәғрифәтсе, яҙыусы, публицист һәм шағирә. Хәнифә Ғисмәтуллина — татар ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып үҙ китабын сығарған кеше (1895 йыл).[3] Беренсе татар шағирәләренең береһе.[4]

Иҫкәрмәләр

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. al-Shaykh al-Saduq 1982, pp. 151–152
  3. Розалина НУРУЛЛИНА Ирек таңына ашкынып…//«Сөембикә», № 6, 2007.
  4. Харрасова Р. Ф. Уйлар Тукайга илтә. — Казан: ИЯЛИ, 2016. — б. 127 ISBN 978-5-93091-196-1

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ