Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (рус. Куватов Гумер Галимович; 29 июнь 1893 йыл — 6 апрель 1946 йыл) — табип-хирург, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1919—1928 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.

Биографияһы

Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов 1893 йылдың 29 июнендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантонына[1] ҡараған Ҡыуат-Бикбирҙе ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған[2]. Ҡыуатовтар — нәҫелдән килгән башҡорт дворяндары[3], Бикбау бей кенәз һәм Мөйтән бей вариҫтары.

1912 йылда Ырымбурҙа гимназия, 1917 йылда — Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай[2].

Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, III Бөтә Башҡорт ҡоролтайы эшендә ҡатнаша, Башҡортостан автономиялы республикаһының идара итеү органдары составына индерелә һәм Кесе Ҡоролтай составына һайлана, ә уның ҡустыһы Усман Ҡыуатов Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы була. Һуңынан Ғүмәр Ҡыуатов хирург һәм хәрби госпиталь начальнигы була. 11-се исемлек буйынса (федералист башҡорттар) Өфө һайлау округынан Ойоштороу йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1918 йылдың 5 ғинуарында Ойоштороу йыйылышы ултырыштарында федералист башҡорттар исеменән ҡатнаша, Комуч ағзаһы була.

1919 йылда Ғүмәр Ҡыуатов Башҡортостандың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.

undefined

1926 йылда республикала трахома сире ныҡлап тарала, Ғүмәр Ғәлим улы Өфөлә Күҙ ауырыуҙары институтын булдырыу өсөн бик күп көс һала. Уның тырышлығы менән Германиянан Өфөгә ҡиммәтле ҡорамалдар һәм инстрменттар ҡайтартыла, был институтта ҡатмарлы операциялар яһарға мөмкинлек бирә[4].

1930 йылда Ҡыуатов Мәскәүҙең Үҙәк нерв системаһы эшсәнлеген өйрәнеү институтына уҡырға инә. Яуаплы вазифалар биләү менән бер рәттән ғилми тикшеренеүҙәр дә менән шөғөлләнә, уның бик күп фәнни хеҙмәттәре нәшер ителә.

1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар ваҡытында уға сығышы менән дворян булыуын һәм бер осор Өфө земство управаһы етәксеһе булыуын йәшергән өсөн ҡаты шелтә бирәләр (1938), ләкин башҡа төрлө ғәйеп таҡмайҙар һәм ул иректә ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби госпиталдәрҙә эшләй, хирургик операциялар яһай.

Хәтер

• Башҡортостандағы иң ҙүр клиник дауахана Ғүмәр Ҡыуатов исемен йөрөтә[2].
Өфө ҡалаһы Калинин районындағы урамға Ғүмәр Ҡыуатов исеме бирелгән.

Һылтанмалар