Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы
Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы (рус. Куватов Усман Мухаметгалимович; 1897—1956) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
Биографияһы
Усман Мөхәмәтғәлим улы Ҡыуатов 1897 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының) Ейәнсура ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән[1].
1917 йылдың июлендә делегат булараҡ Ырымбурҙа уҙған I Бөтә башҡорт ҡоролтйында ҡатнаша. Бында Башҡорт мәркәз шураһы башҡарма комитетының ағзаһы итеп һайлана[2]. Усман Ҡыуатов И. И. Мутин һәм Ә. Ә. Вәлиди менән берлектә, Петроградҡа Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтенә башҡорт ерҙәрен, Башҡорт ғәскәре капиталын һәм Каруанһарайҙы кире ҡайтарыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә. 1917 йылдың нояберендә Ырымбур губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы итеп һайлана[3].
1918 йылдың ғинуарында Башҡорт Хөкүмәте составында II Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезында ҡатнаша. 1918 йылдың мартында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы составына инә[4]. 1918 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай[3].
1918 йылдың июлендә Башҡорт Хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы итеп һайлана. Орск өйәҙендә Үҫәргән ирекле отрядтарын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың сентябренән Башҡорт хөкүмәтенең эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә, ә шул уҡ йылдың октябренән — Башҡорт Хөкүмәтенең Үҫәргән кантонында махсус вәкил вазифаһын биләй[3].
1919 йылдың февралендә Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының финанс һәм һаулыҡ һаҡлау комиссары итеп тәғәйенләнә[5].
1919 йылдың апреленән Ырымбурҙағы 1-се армия штабында Башревкомдың вәкиле булып эшләй. Шул уҡ йылдың апрель аҙағынан алып майға ҡәҙәр Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе башҡорттарын мобилизациялау менән шөғөлләнә[3].
1919 йылдың 20 июненән Башревкомдың игенселек бүлегендә эшләй, 1920 йылдың башында Башҡортостан республика игенселек буйынса халыҡ комиссары вазифаһын үтәй. Үҙәк властар менән ҡабул ителгән «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декретына ризаһыҙлыҡ белдереп башҡа Башревкомдың ағзалары менән бергә отставкаға китә. Германияға эмиграцияға китә. Һуңыраҡ Совет Рәсәйенә ҡайтып Баҡы медицина институтында уҡыта[3].
Ғаиләһе
• Атаһы: Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе.
• Ағаһы: Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1883—1946) — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт органы хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҠЫУАТОВТАР (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)
- ↑ Этнополитическая мозаика Башкортостана. Очерки. Документы. Хроника. Том II. Башкирское национальное движение. / Ред. М. Н. Губогло. ЦИМО. — М., 1992. — С. 74.
- ↑ 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы
- ↑ Газизов Р. Р. К вопросу образования Временного революционного совета Башкортостана.// Вестник СамГУ. — 2008. № 4 (63). — С. 138. 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Зайтунов Р. Б. Деятельность Башкирского военно-революционного комитета: 1919—1920 гг. : диссертация … кандидата исторических наук. — Уфа, 2007. — 193 с.: ил. 2014 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
• Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009.
• Ярмуллин А. Ш. Усман Ҡыуатов (1897—1956): улар автономия яуланы. // Киске Өфө. — 2009. — № 5. — 7 б.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҠЫУАТОВТАР (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)