Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы
Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова (рус. Газетдинова Ильсияр Ибрагимовна; 1951 йылдың 3 майы, Исмаил (Дүртөйлө районы), Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актёры. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан (1990) һәм Татарстан (1997) Республикаларының халыҡ артисы. Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2019) һәм Салауат Юлаев (2026) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова 1951 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Исмаил ауылында тыуған[1]. Мәҙәниәт һәм сәнғәткә һөйөү ғаиләһендә формалаша: әсәһе — мәктәп уҡытыусыһы, ауыл сәхнәһендә әүҙем ҡатнаша, ә атаһы халыҡ араһында билдәле була.
1968 йылда Исмаил урта мәктәбен тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Училищены 1972 йылда, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, ситтән тороп уҡып, — 1980 йылда тамамлай.
1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Шул ваҡыттан алып театр сәхнәһендә төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙә сығыш яһап, бай ижади репертуар булдыра[2].
Ижады
Актрисаның ижады лирик һәм драматик образдарҙың (рус.)баш. киң диапазоны менән айырылып тора. Ул башҡорт классик драматургияһы әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә лә, заманса пьесаларҙа ла сағыу ролдәр башҡара.
Тәүге ҙур ролдәренең береһе — Мирхәйҙәр Фәйзи мелодрамаһы буйынса ҡуйылған «Ғәлиәбаныу» спектаклендәге Ғәлиәбаныу образы (1971). Был роль актрисаның сәхнә дебюты була һәм тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителә[3].
- Илһөйәр Ғәзетдинова башҡарған билдәле ролдәр
Төп сығанаҡ: [2]
- Йәмилә — Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында;
- Һандуғас — Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектаклендә;
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу» спектаклендә (Мирхәйҙәр Фәйзи);
- Зөлфиә — «Бажалар» спектаклендә (Ибраһим Абдуллин);
- Ҡарлуғас — «Һыу юлы»нда (Нәжиб Асанбаев);
- Ғәлимә — «Ҡара йөҙҙәр» драмаһында (Мәжит Ғафури әҫәре буйынса);
- Шәфәҡ һәм Зөбәржәт — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһында;
- Тәскирә — Әсғәт Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй» спектаклендә;
- Миләүшә — Нәжиб Асанбаевтың «Миләш-Миләүшә» пьесаһында;
- Жаннет — Мостай Кәримдең «Киске табын» спектаклендә;
- Сәжидә — Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» комедияһында;
- Нәфисә — С. Латыпов һәм Х. Фәтихованың «Көнләш, Америка, көнләш!» спектаклендә;
- Аҫылбикә — Мөхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһында;
- Мәхмүзә — Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса»һында.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ильсияр Газетдинова - актриса - биография - российские актрисы театра. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ 1 2 3 Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (башҡ.). Башкирский академический театр драмы им. Мажита Гафури. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Илсөйәр Ғәзетдинова: үҙеи тураһында үҙем (башҡ.). «Тамаша» журналы (3 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ Список работников Башкирского академического театра драмы имени М. Гафури, награждённых государственными наградами. Глава Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Звезда двух республик Ильсияр Газетдинова получила орден Салавата Юлаева. Культурный мир Башкортостана (15 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026)
- М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026)
- Сайт «Kino-teatr.ru». Российские актеры театра / Ильсияр Газетдинова / биография (Тикшерелеү көнө: 15 май 2026)
- Газета «Республика Башкортостан». 9 июня 2021 года. Душа театра (Тикшерелеү көнө: 15 май 2026)