Ғәзиев Венер Нурислам улы

Ғәзиев Венер Нурислам улы (рус. Газеев Венер Нурисламович; 18 март 1947 йыл) — юрист, комсомол, партия, урындағы башҡарма, эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министры урынбаҫары. 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының начальник урынбаҫары. Отставкалағы Милиция генерал-майоры (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Венер Нурислам улы Ғәзиев 1947 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының[1] Бүздәк районы Табанлыкүл ауылында (1970 йылдарҙа бөткән) тыуған[2].

Юғары белемле1975 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса тамамлаған[3].

1971 йылдан — ВЛКСМ-дың Нуриман район комитетының беренсе секретары[2].

1975 йылдан — КПСС-тың Нуриман район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, район советы башҡарма комитеты рәйесе урыынбаҫары[2].

1987 йылдан — Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығында хеҙмәттә[2], шул иҫәптән: Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары идаралығының тәрбиә-хеҙмәт учреждениелары бүлегенең начальник урынбаҫары[3]

1989 йылдан — Профилактика хеҙмәте идаралығының махсус комендатуралар эшен ойоштороу бүлегенең начальник урынбаҫары[2]

1991 йылдан — Төҙәтеү эштәре һәм социаль реабилитация хеҙмәтенең социаль реабилитация бүлеге начальнигы[3]

1993 йылдан — Йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы урынбаҫары — профилактика һәм милицияның участка инспекторҙары эшен ойоштороу бүлеге начальнигы урынбаҫары[2]

1994 йылдан — Ведомствонан тыш һаҡ идаралығы начальнигы[3]

1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министры урынбаҫары[2].

2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы начальнигы урынбаҫары[4]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 2015—2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары советы рәйесе[5][6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997)[3]
• Салауат Юлаев ордены (2022)[5]
• II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы [2]
• Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2001)[2]
• миҙалдар

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энциклопедия. Персоналии: Газеев Венер Нурисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2025)
  3. 1 2 3 4 5 Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). Газеев Винер Нурисламович – биография. 03 февраля 2022 года  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2025)
  4. Распоряжение от 14.09.2005 г № 829-Р «О назначении Газеева Винера Нурисламовича». Архив документов Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2025)
  5. 1 2 МИНИСТЕРСТВО ВНУТРЕННИХ ДЕЛ ПО РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН. Официальный сайт. В МВД по Республике Башкортостан состоялась церемония награждения сотрудников органов внутренних дел республики. 10 ноября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2025)
  6. Страница МВД по Республике Башкортостан. В МВД Башкортостана избрали нового Председателя Совета ветеранов. 17 июня 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2025)